Бөтә яңылыҡтар

100 йәшлек инәйҙән - мөхәббәтле ғүмер өлгөһө

...Атайҙары вафат булғас, үгәй әсәй балаларҙы өйҙән ҡыуып сығара. Улар ас, хәлһеҙ көйө...

100 йәшлек инәйҙән - мөхәббәтле ғүмер өлгөһө
100 йәшлек инәйҙән - мөхәббәтле ғүмер өлгөһө

Мәликә Әхмәтвәли ҡыҙы ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Биш йәштә әсәйһеҙ ҡала. Ике ағаһы фин һәм Германия һуғыштарында һәләк була. Атаһы яңынан өйләнә. Мәликәгә 14 йәш булғанда, атаһы вафат була. Үгәй әсәй балаларҙы өйҙән ҡыуып сығара. Ас, хәлһеҙ балалар колхозда ауырлыҡ менән эшләп йөрөй, тип яҙа “Буздякские  новости”.

1948 йылда Мәликә Һаҙый исемле егеткә кейәүгә сыға. Ғаиләлә биш бала донъяға килә. Фәрит һәм Фәнис тигән улдары бик иртә вафат була. Ҡыҙҙары Фәриҙә һәм Фәнисә, кинйә улдары Фәнил үҙҙәренең ғаиләһе менән йәшәй. Хәҙер Мәликә инәйҙең һигеҙ ейәне, 15 бүләһе бар. Ветеран улы Фәнил һәм килене Гөлнара ғаиләһендә  йәшәй. Әйтеүенсә, тормош иптәше Һаҙый Миңлехан улы менән 72 йыл буйына татыулыҡта, мөхәббәттә һәм хөрмәттә ғүмер иткәндәр. Уларҙан өлгө алырға була! Бынан дүрт йыл элек ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күскән.

Юбиляр колхозда тырышлығы, хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәте менән абруй яулай. Йәй шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә, ҡыш мал ҡарай. 1947 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе булып район советы депутаты вазифаһын башҡара. Килене менән әсәле-ҡыҙлы кеүек бергәләп татыу донъя көтәләр. Ейәндәре бәләкәй саҡта өләсәй менән олатай улар менән шөғөлләнә, тәрбиәләй, терәк була.  

Мәликә Мөхәмәтйәнованы 100 йәшлек юбилейы менән ҡотларға байтаҡ ҡунаҡтар килгән. Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Бүздәк район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлап, уға һаулыҡ, именлек теләгән.

Фото: "Буздякские новости".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: