“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының “Был беҙҙең ғаиләнән” конкурсы еңеүсеһе - Башҡортостандан! Ғәйнетдинов-Фәйзуллиндар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте һәм финалистар менән осрашты.
Еңеүсе ғаилә командаһы ағзаларының профессиялары төрлө. Олатайҙары Рәфис Хисмәтулла улы – электрик, ғаилә башлығы Флорид Фәрит улы – иҡтисадсы, Лилиә Рәфис ҡыҙы – юрист, ғаиләлә тағы психолог, табип һәм инженерҙар бар.
–Иң мөһиме, беҙҙе музыка берләштерә һәм яҡынайта. Был беҙҙең ғаиләнән! Беҙ музыканы яратабыҙ, төрлө инструменттарҙа уйнайбыҙ, йырлайбыҙ һәм бейейбеҙ!– тип һөйләй Лилиә Ғәйнетдинова. – Ғаилә ҡиммәттәре – бер-беребеҙгә терәк булыу, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеү. Ғаиләнен үткәнен белеү, хәҙергене баһалау һәм киләсәккә ышаныу.
Команда конкурста үҙен лайыҡлы күрһәтте, “Башҡортостан Республикаһы” тип яҙылған футболкаларҙа сығыш яһаны.
–Беҙ Башҡортостан ғаиләһенең еңеүе менән бик шат һәм ғорурбыҙ. Улар традицияларҙы дауам итеүҙең, мәҙәниәтте баһалай белеүҙең, йәш быуынға тапшырыуҙың нисек мөһимлеген иҫбатланы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты соцталь яҡлау министры Ленара Иванова.