Бөтә яңылыҡтар

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле

"Өй балалар тауышы, ығы-зығы менән тулып китә, әммә беҙ шуның менән бәхетле..."

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле

Регина һәм Денис Аҙнаевтар - Салауат ҡалаһында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Улар тормоштарын үҙ-ара аңлашып, хөрмәт итеп йәшәүҙә күрә. Балаларында ла ошо күркәм сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышалар. Йәш ғаилә бала табыу һәм уларҙы тәрбиәләү мәсьәләһенә бик яуаплы ҡарай.

– Мин үҙем татыу ҙур ғаиләлә үҫтем, шуға күрә минең өсөн бәхетле ғаиләнең тәүге билдәһе – балаларҙың шатланып көлгән тауышы. Беҙҙең өс улыбыҙ бар, уларҙы ҡарау еңел түгел, әммә мин башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Регина.

– Өй балалар тауышы, ығы-зығы менән тулып китә, әммә беҙ шуның менән бәхетле. Эш тә күп, һәр береһе менән һөйләшергә, ваҡыт бүлергә, уйнарға кәрәк. Улар беҙҙе энергияһы, оптимизмы менән дәртләндерә. Улдарыбыҙ – тормошобоҙҙоң мәғәнәһе, уларҙың именлеге, яҡшы тормошо өсөн беҙ бөтәһен дә эшләргә әҙер,– тип өҫтәй Денис.

Һәр баланың үҙ мәнфәғәттәре һәм шөғөлдәре бар. Артур быйыл 5-се класҡа, Арыҫлан 3-сө класҡа уҡырға бара. Икеһе лә 25-се башҡорт гимназияһында уҡый. Береһе йөҙөү, икенсеһе футбол менән мауыға, ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләй. Аҙнаевтарҙың иң кесеһе Аслан һәр ваҡыт ағайҙарының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала.  

Матур ғаиләгә яңы һөйөнөстәр теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/sgvibor

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: