Бөтә яңылыҡтар

“Мине кешегә лә һанамай ине...”

Хәҙер уның менән күрешеү түгел, хатта  күргем дә килмәй, улымды  ла ҡаты бәғерле кеше  менән һис аралаштырырға теләмәйем...

“Мине кешегә лә һанамай ине...”
“Мине кешегә лә һанамай ине...”

“Ирем менән айырылышҡанбыҙ. Был аяныслы хәлгә элекке иремдең әсәһе ғәйепле тип уйлайым: ул баштан уҡ мине ҡабул итмәне, өҫтәүенә, ҡәйнәм менән бер фатирҙа йәшәргә тура килде. Аҙым һайын мине тәнҡитләр, бешергән ашымды яратмаҫ, биргән бүләгемде һанға һуҡмаҫ ине. Улы ла әсәһе әйткәнде һәр саҡ тыңланы. Ошолай дүрт йылдан ашыу бергә миктәп йәшәгәс, ғаиләбеҙ тарҡалды. Хәҙер ошо элекке иремдең әсәһе үҙенең өләсәй икәнлеге хаҡында миңә иҫбатлай, балам менән осрашырға теләй. Әммә уның менән күрешеү түгел, хатта  күргем дә килмәй, улымды  ла ҡаты бәғерле кеше менән һис аралаштырырға теләмәйем.  Был осраҡта миңә нимә эшләргә? Улым менән элекке ҡәйнәмде осраштырмаһам, нимә булыр икән?..” – ти Илүзә.

Автобуста осраҡлы ғына танышып, һөйләшеп киткән ҡатындың әсенеп һөйләүе лә аңлашыла кеүек. Өҫтәүенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәктәрҙә тәрән яра эҙе ҡалдырғандары ла юҡ түгел. Өҫтәүенә, күңелебеҙ ҡабул итмәгән, ҡасандыр йәберләгән кешеләр ҙә булыу ихтимал. Әммә тормош дауам итә һәм, был осраҡҡа килгәндә, өләсәй кешенең бала менән аралашыу хоҡуғы закон нигеҙендә яҡлана. Ошо хаҡта Рәсәй Ғаилә кодексының 67-се статьяһында әйтелгән. Унда баланың атаһының йәки әсәһенең яҡын туғандарына – өләсәһенә, олатаһына, ағай-апайҙарына – кескәй бала менән аралашыу хоҡуғы бирелеүе хаҡында белдерелә. Әгәр был талап үтәлмәһә, улар опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итә ала. Был осраҡта ла бала менән аралашыуҙан тыйһағыҙ, судҡа ғариза яҙыу хоҡуғына эйәләр. Ә суд бала хоҡуҡтарына һәм уның фекеренә таянып ҡарар сығарасаҡ. Был ҡарар талаптары ла һанға һуғылмаһа, административ хоҡуҡ боҙоуҙар йәки башҡарыу производствоһы закондарына ярашлы сара ҡабул ителә. 

"Әммә ниндәй генә хәлдәр булмаһын, улығыҙҙы өләсәһе менән осраштырыу насарға булмаҫ. Һәр кемдең хаталаныуы, яңылышлыҡтар ҡылыуы ихтимал. Бәлки, һеҙҙең элекке ҡәйнәгеҙ ҙә үҙенең ҡасанғылыр ҡылыҡтарын уйлап үкенәлер. Шуға оло йәштәге кешегә ҡәҙерле балаһының улы менән осрашыуҙы тыймаһағыҙ ине, - тип ҡушылды һүҙгә тағы бер юлдаш ҡатын. - Юғиһә үҙегеҙҙең балағыҙҙың да үҫкәс, атаһы һәм өләсәһе менән яҡын аралашыуҙы һорауы ихтимал. Шуға һәр нәмәлә алтын урталыҡ кәрәк, тигән кеүек, был осраҡта ла ныҡлы уйлап ҡарар ҡылһағыҙ ине".

Автор фотоһы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: