Бөтә яңылыҡтар

“Барыбер өйләнәм!”

Ул ҡатын-ҡыҙ менән танышыу өсөн алгоритм уйлап сығарған...

“Барыбер өйләнәм!”
“Барыбер өйләнәм!”

Фәриттең бөгөнгө көнө лә эшкә, төрлө ваҡ мәшәҡәттәргә күмелеп үтте. Вазифаһы ла шәп үҙенең, хеҙмәт хаҡы ла тос ҡына. Ярайһы ғына шәп ойошмала бүлек мөдире, тик бына хеҙмәттәштәре генә уны яратып еткермәй: аҙ һүҙле, бәйләнсек, отчеттарҙа ла төрлө йөй таба, корпоратив кисәләргә лә йөрөмәй. Шулай ҙа уның бүлектә бер дуҫы бар-барлыҡҡа. Уның менән эштән һуң кафеға барып һөйләшеп алалар.

Был юлы ла шулай булды. “Барыһы ла яҡшы барған кеүек тә: ипотекаға алынған фатир өсөн түләп бөттөм, бына тигән машинам бар, район үҙәгендә йәшәгән әсәйемә лә аҡсалата ярҙам итәм. Тик бына өйгә ҡайтһам – яңғыҙлыҡ, - тип асылып китте был юлы ир. – Ҡатыным да юҡ, балалар ҙа юҡ. Яңғыҙ ҡартайырмынмы икән?”

Бүлектәрендә лә башлыса  ир-йораты ғына шул. Ҡатын-ҡыҙ затынан шул йыйыштырыусы Надя ғына бар. Ул үҙен “клининг хеҙмәтенең топ-менеджеры” тип танытырға ярата, тик ул хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөй. ”Һис ҡайғырма! Һинең мейең шәп бит! Берәй нәмә уйлап табырһың әле!” – тине хеҙмәттәше Марат.

Ысынлап та, шулай булды ла: икенсе көн Фәрит Маратты кабинетына саҡырып алды ла уй-планы менән уртаҡлашты. Ә үҙенең төнө буйы йоҡламағанлығы күренеп тора. Баҡтиһәң, ул аналитик аҡылы менән ҡатын-ҡыҙ менән танышыу өсөн алгоритм уйлап сығарған икән! “Барыбер кәләш табам! Былай йәшәү ялҡытты”, –  тине ир. Эш эҙләү буйынса сайтта кандидат ҡатын-ҡыҙға кәрәкле талаптар яҙып та ҡуйған. Был вакансияның юҡлығы тураһында уйлап та бирмәй, ә үҙе гүзәл зат вәкилдәре араһында “кастинг” ойошторорға риза. Марат уға ҡатын-ҡыҙҙың был алдауҙы белеп үпкәләү ихтималлығы тураһында әйтеп торманы, киреһенсә, уға уңыштар теләп, оҙайлы отпускыға китте...

Уның ялдан һуң эшкә сығыуына секретарь бүлек мөдиренең үҙенең берҙән-берен табыуы тураһында ҡыуанып хәбәр итте. Баҡтиһәң, администратор урынына дәғүә итеүселәр араһынан бер ҡыҙ Фәриткә бик ныҡ оҡшаған. Һөҙөмтәлә ул етәкселек менән һөйләшеп, Вәлимә өсөн бүлектә вазифа тапҡан, үҙенең тормошон көйләп ебәргән. Бына шулай үҙ бәхетең өсөн көрәшә лә, тырыша ла белергә кәрәк шул...

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: