Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Август , 18:00

Ошондай кейәүҙе эҙләп табырға кәрәк бит әле!

“Әһә, ҡыҙым беренсе тапҡыр ғишыҡ утында яна, ахыры. Тиҙҙән буласаҡ кейәү менән дә таныштырыр әле”, –  тип уйлап ҡуйҙым...

Ошондай кейәүҙе эҙләп табырға кәрәк бит әле!
Ошондай кейәүҙе эҙләп табырға кәрәк бит әле!

Йәштәргә кәңәш биреүе ауыр. Был бигерәк тә ғаилә ҡороуға бәйле булғанда. Бөрө ҡалаһынан Руфина иһә түбәндәгеләр хаҡында һөйләне.

“Күптән инде илле йәшем тулды. Шөкөр, ике ҡыҙым – ике таянысым – бар. Бәләкәсе – мәктәптә, ҙуры юғары уҡыу йортонда уҡый.

Яңыраҡ өлкәне Алтынай бөтөнләй үҙгәрҙе: холҡо ла, үҙен тотошо ла, хатта кейеме лә. “Әһә, ҡыҙым беренсе тапҡыр ғишыҡ утында яна, ахыры. Тиҙҙән буласаҡ кейәү менән дә таныштырыр әле”, –  тип уйлап ҡуйҙым. Ысынлап та, ике-өс аҙнанан һуң 18 йәшлек Алтынай өйгә егетен алып килде.

Уның исеме – Альберт. Ипле, һүҙҙе артыҡ һөйләмәй, тыныс. Мин уның айырыуса киләсәккә план ҡороп йәшәй белеүенә, үҙенә торлаҡ һатып алыу өсөн уҡыуҙан һуң ике урында эшләп өлгөрөүенә хайран ҡалдым. 20 йәшлек егеттең ошондай маҡсатлы булыуы һоҡландырҙы. Ә мин, Алтынайым елғыуар, фыртауай бер егет менән таныштырыр инде, тип ҡотом осоп көтә инем. Шуға, уйлағанымдың дөрөҫ түгеллегенә инанғас, эстән сикһеҙ ҡыуандым.

Быға тиклем ошондай һәр һүҙен уйлап һөйләгән, тырыш йәш кешене күргәнем юҡ ине. Бәлки, иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Өлкән ҡыҙым мәктәпте тамамлағас ҡына: “Ҡәйнә булырға тейешле кеше бит әле мин. Бәхеткә, ҡыуанысҡа ғына төрөнөп йәшәһен балаларым”, – тип уйлай башлағайным.

Бер көн килгәнендә Альберттың инвалид әсәһе менән ҡала ситендәге бәләкәй генә бүлмәлә йәшәгәне, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһенең вафат булыуы, өләсәһенән ҡалған әлеге бүлмәгә, хаҡым бар тип, бер туғанының торорға килеүе хаҡында белдем. Был торлаҡҡа хоҡуғы булһа ла, дәғүәләшеп, тәмһеҙләшеп йөрөмәгән Альберт. Минең өсөн туғанлыҡты һаҡлау мөһимерәк, ти. Әле ҡуртымға алған фатирҙа көн күрә һәм торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплай икән. Уның маҡсатына өлгәшәсәгенә тамсы ла шикләнмәйем. Шуға ҡыҙыма: “Уға ғына кейәүгә сыҡ!” – тинем. Ошондай кейәүҙе эҙләп табырға кәрәк бит әле!..”

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: