Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
10 Август , 22:00

“Нимә булды һиңә, йәнем?”

"Бер ай элек кенә бик татыу ғаилә инек. Ирем фатирҙы һатып, ауылға йәшәргә ҡайтырға йыйынғас...”

“Нимә булды һиңә, йәнем?”
“Нимә булды һиңә, йәнем?”

Яҡшы эш, яңы фатир, шәп машина – барыһы ла бар Әлиә менән Илфаттың. Тик бына һуңғы ваҡытта ир кешенең, үҙе аңлатыуынса, ығы-зығылы ҡаланан ҡасып, ауылда йәшәгеһе килә башлаған.

 Ә башҡа ғаилә ағзаларына уның был ҡарары оҡшап етмәй икән: ни тиһәң дә, ҡатындың эше үҙҙәре йәшәгән йорттан артыҡ алыҫ түгел, балалар ҙа яҡындағы мәктәптә белем ала. “Тормошобоҙ һәүетемсә генә алға бара ине. Нимә булды икән Илфатҡа? Аңлап етмәйем. Шәхси тормошобоҙҙа барыһы ла яҡшы. Эштә лә бөтәһе лә ал да гөл, – тип аптырай таныш ҡатын. – Бер ай элек кенә бик татыу ғаилә инек. Ирем фатирҙы һатып, ауылға йәшәргә ҡайтырға йыйынғас, йыш ҡына ғауға-талаш сыға башланы”.

 Хәҙер Илфат көн һайын Әлиәгә ауылдағы саф һауа, автомобиль тығындарының юҡлығы, тыныс мөхит һәм башҡалар хаҡында һөйләй. “Балалар менән бик аҙ аралашаһың тип көн дә игәй инең. Хәҙер һәр саҡ ғаилә менән генә булырмын”, – тип үҙенекен иҫбатларға тырыша.

 Был һүҙҙәргә ышанып бөтмәй Әлиә. Карьера өсөн йәнен бирерлек иренең ҡапыл тыныс тормошҡа ынтылыуын башына һыйҙыра алмай. Өҫтәүенә балалар менән дә һөйләшкән. Улары был яңылыҡты ихлас ҡабул иткән. Береһе – эт, икенсеһе бесәй алып ҡарарға йыйына.

 “Берәй проблема борсоймо, бурысҡа баттыңмы әллә, тип тә һорайым,  –   ти Әлиә. – Башҡа ҡатынға ғашиҡ булғандыр, тип уйламайым. Юғиһә барыбыҙҙы ла ауылға йәшәргә күсергә өндәмәҫ ине. Ҡалала бөтә нәмә ҡул аҫтында. Тағы шуныһы, ирем эшен ташлаһа, ниндәй аҡсаға ғаиләне ҡарарға йыйына икән? Уның хеҙмәт хаҡы – төп килем сығанағыбыҙ. Ауылға ҡайтып, хужалыҡҡа тотонмаҡсы. Был эш ҡулынан килерме-юҡмы - уйлап та бирмәй исмаһам. Үҙен үҫмер кеүек тотасы. Ниңә ҡапыл ғына үҙгәрҙе икән? Аңламайым...”

 Күптән түгел Әлиә бер ҡайҙа ла күсенергә йыйынмауы, балаларын да эргәһенән ебәрмәйәсәге, хатта ғаиләһенең тарҡалыуынан ҡурҡмауы хаҡында әйтеп ҡуйҙы. “Әммә шикләнәм: дөрөҫ эшләйемме икән?” – тип һаман ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар кисерә ул.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: