Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
21 Сентябрь 2024, 08:00

"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"

ти уҡытыусы һәм блогер Зөлфирә Таһирова һәм унан икра эшләү ысулын яҙа. "Теге ваҡыт яҙғайным бит инде, алты балам бар тип. Күптәр шәхсән һорап яҙҙы, ниндәй алты бала икәнлеген..." Кемдәр тураһында һүҙ бара, тиһегеҙме?  

"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"
"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"

Үҙенең тормошо хаҡында социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡ итеп яҙып торған билдәле блогер, Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән Зөлфирә Таһирова ошо көндәрҙә ғаиләләренең ишәйеүе тураһында хәбәр итте.

“Былтыр мин ҡышҡылыҡҡа тип күп итеп салат яптым да, бейем менән икәү генә ҡышлағас, ашаусы кеше лә булманы. Рәмис - эштә, балалар - уҡыуҙа. Инде улай күп эшләмәҫ кәрәк икән, тип уйлаған булдым. Рәмистең иң яратҡаны ташҡабаҡтан ыуылдырыҡ та бөтәүләй япҡан татлы борос. Шуны күп итеп эшләттерә лә, үҙе ҡыш буйы өйҙә булмай. Шуға быйыл борос та ултыртманым, ташҡабаҡ та сәсмәнем. Быйыл сәсергә онотҡан да ҡуйғанмын, тип һылтаулайым да ҡотолам, тип уйланым.

Бер көндө усаҡлыҡта мейес артында тупырлашып кабачкилар ята! Әсәйем килеп эште боҙған: “Кейәү ярата”, - тип ун ике ташҡабаҡ ҡалдырып киткән.

Шулай итеп, быйыл ташҡабаҡты мейес артында, пакет эсендә генә үҫтереп алдым. Инһәм дә яталар баяғылар миңә ҡарашып, сыҡһам да яталар тексәйеп. Эш итмәй булдыра алманым.

Яңы блендер заказать итеп алғайным, бер ыңғай шуны һынап ҡараным. Егерме ике банка икра сыҡты. Арсендан башҡа балалар рәхәтләнеп йыпыра ғына. Икмәккә лә һылайҙар, нимә бешерһәм шуға болғайҙар, баяғы икра зыулап китеп ултыра. Рәмискә иптәштәр табылды.

Теге ваҡыт яҙғайным бит инде, алты балам бар тип. Күптәр шәхсән һорап яҙҙы, ниндәй алты бала икәнлеген. Быйыл беҙ Рәмис менән өс балаға, бер малай һәм ике ҡыҙға, атай һәм әсәй булдыҡ. Беҙҙең ауылда өсәр, икешәр бала алып аяҡҡа баҫтырған ғаиләләр күп. Уларҙың өлгөһөндә беҙ ҙә яуаплы ла, сауаплы ла эш йөкләнек, әлхәмдүлилләһ. Аллаһы бирһә, ҡулыбыҙҙан килер, тип ышанам. Әле дүртенсе ай китте, өйрәнешеп, эҫенешеп бөттөк, мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштыҡ. Эйәртенешеп йөрөп ятабыҙ. Шулай бына. Ташҡабаҡтан ыуылдырыҡ яратыусылар ишәйҙе, бушҡа сәсмәгәнмен ташҡабаҡты.

Рецебы:

Өс килограмм ташҡабаҡ;

Бер килограмм кишер;

800 грамм һуғанды турайһың да, төбөнә ярты стакандай һыу ҡойоп, 40-50 минутҡа быҡтырырға ултыртаһың.

Бешеп сыҡҡас, блендер менән иҙәһең, шунан 250 миллиграмм томат соусы, ете аш ҡалағы шәкәр, 150 миллиграмм шыйыҡ май, самалап борос, өс аш ҡалағы тоҙ һалып, болғатып, тағы егерме биш минут бешерергә. Бешер алдынан ғына 60 миллиграмм 9% уксус һалып болғарға һәм стерилләнгән банкаларға һалып, ябырға, - тип яҙа Зөлфирә Таһирова.

Зөлфирә менән Рәмис Таһировтарҙың ғаиләһенә уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар Зөлфирә Таһированың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"
"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"
"Быйыл ташҡабаҡты мейес артында ғына үҫтереп алдым"
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: