ЯБАЙ ТОРМОШ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ:
1. Бер юлы ике кешене яратһаң – икенсеһен һайла. Әгәр беренсеһен яратҡан булһаң, икенсеһенә ғашиҡ булмаҫ инең.
2. Башҡаларға үҙеңде көсләп таҡма – шунда һинең уларға кәрәгең бармы-юҡмы икәне билдәле булыр.
3. Кешеләрҙең нимә уйлауы һине бөтөнләй борсомаҫҡа тейеш.
4. Оҙаҡ түҙгән, күп тапҡыр ғәфү итеп килгән кешеләр, ғәҙәттә, уйламағанда һәм бөтөнләйгә китә.
5. Дуҫтар булмауы бәлә түгел, уларҙың һатылған булыуы бәлә.
6. Үҙеңдең пландарың тураһында һөйләмәҫкә тырыш.
7. Бер ҡасан да хыянатты ғәфү итмә. Һәр хыянат – сағыштырыу, яҡшыраҡты эҙләү. Яҡшыраҡты эҙләгән кеше бер ҡасан да булғандың ҡәҙерен белмәй.
8. Һеҙҙең менән булырға теләгән кешеләрҙе ситкә типмәгеҙ. Һиңә ҡыйын ваҡытта нәҡ уларҙың эргәңдә ҡалыуы мөмкин.
9. Кешеләргә нисек теләйһең – шулай бул! Сөнки улар һиңә барыбер һин уларға ҡараған кеүек ҡарамаясаҡ.
10. Бел: тырышлыҡ һәр ваҡыт уңышҡа килтерә!
Сығанаҡ: “Даирә” гәзите.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.