Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
30 Апрель 2025, 22:00

“Мин Фәйзулла менән үҙемде ышаныслы тоям”

Икеһенең дә яҙмышы ябайҙан түгел 

“Мин Фәйзулла менән үҙемде ышаныслы тоям”
“Мин Фәйзулла менән үҙемде ышаныслы тоям”

“Именлек” геронтология үҙәгендә яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Хеҙмәт ветераны Фәйзулла Сәғәҙиев һәм Анна Самарова дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорорға булды. Уға – 83 йәш, кәләшкә – 76. Һәр береһенең яҙмышы ябайҙан түгел, улар бер-береһенә ышаныслы таяныс, ярҙамсы булырға вәғәҙә итә. Бөйөк Еңеү көнө алдынан улар үҙ ғаиләләрендәге һуғыш батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Фәйзулла Сәғәҙиев – фронтовик улы.

– Тормошҡа шатланып йәшәйәсәкбеҙ, бер-беребеҙҙе ҡараясаҡбыҙ, ярҙам итешәсәкбеҙ, – ти Анна Александровна. – Кәрәк икән, дарыуханаға барасаҡмын, ашарға әҙерләйәсәкмен. Бергәләп ауырлыҡтарҙы еңеүе еңелерәк. Беҙҙең Фәйзулла менән дөйөм мәнфәғәттәребеҙ уртаҡ. Ул бик хәстәрлекле, һәләтле һәм тәрбиәле кеше. Мин үҙемде уның менән ышаныслы тоям.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас