Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы дауам итә. Яңы ғына өйләнешкән парҙарҙы һәм тормош юбилярҙарын ҡотлау, хөрмәтләү саралары үткәрелә. 15 майҙа, Халыҡ-ара Ғаилә көнөндә, республикала 54 пар никахтарын теркәне.
Өфөлә Дилара һәм Тимур Абдрафиҡовтарҙың туй тантанаһына ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Сәүбәнова ла ҡушылды.
–Тормошоғоҙҙа мөхәббәт һәм гармония хакимлыҡ итһен, ғаиләгеҙ ныҡ булһын, ә балаларығыҙ һөйөү һәм хәстәрлек солғанышында үҫһен! Тормош байрамдарҙан ғына тормай, әммә икәүләп ҡаршылыҡтарҙы еңә алырһығыҙ. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғаиләгеҙ ишәйгән һайын бәхетегеҙ ҙә артһын! Хәйерле юл һеҙгә, йәштәр! – тине Ленара Иванова.
ЗАГС-тың Киров районы бүлегендә ҙур тормош юлы үткән тормош юбилярҙары Луиза һәм Таһир Фәрәховтарҙы ла ҡотланылар. Таһир Ғимали улы хоҡуҡ һаҡлау органдарында, ә Луиза Әхмәт ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау системаһында хеҙмәт иткән.
Халыҡ-ара Ғаилә көнөндә тормош юбилярҙары ғаилә бәхете рецепты менән уртаҡлашты. Улар йәш парҙарға иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. ”Ғаилә ғүмерҙә бер тапҡыр ғына төҙөлә. Никахлашыу – ул туған-ырыуың алдында яуаплылыҡ, мөхәббәт тигән һүҙ, шулай уҡ бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, хөрмәт тә. Шул саҡта ғаилә ныҡ була”, – тине Таһир Ғимали улы.
Йәштәргә тантана барышында репродуктив сәләмәтлекте тикшереү буйынса сертификаттар тапшырылды. Аҙна буйына ЗАГС бүлектәрендә йәш парҙарға иҫтәлекле открыткалар тапшырыласаҡ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.