Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
11 Июнь 2025, 17:00

Матур мөхәббәтте хыянат селпәрәмә килтергәйне...

Йәштәре ғүмерҙең арыу уҡ олпат үренә яҡынлаған ағайым менән еңгәмдең бер-береһенә мөнәсәбәтен, ҡараштарынан түгелеп торған бәхет сатҡыларын күреп һоҡландым да, шатландым да. Әйтерһең дә, теге саҡтағы хәл... 

Матур мөхәббәтте хыянат селпәрәмә килтергәйне...
Матур мөхәббәтте хыянат селпәрәмә килтергәйне...
Мин уларҙы былтыр Өфөләге бер концертта күрҙем. Тәнәфестә хәл-әхүәл һорашып, арыу уҡ һөйләшеп торҙоҡ. Баймаҡ һынлы Баймаҡтан ошо концерт өсөн генә килеүҙәренә ғәжәпләндем. Бер нисә йыл инде бергә булыуҙарын ишеткәйнем, тик күрешкәнебеҙ юҡ ине.
 
– “Байыҡ”тың гала концертына ла билет алдыҡ әле. Алла бирһә, унда ла киләсәкбеҙ. Еңгәң Өфөнө – йәшлек ҡалаһын гел һағынып иҫкә ала. Шуға уның күңелен уйлап, сығам да китәм. Машина менән биш сәғәтлек юл нимә инде ул! – тине шаяртыу ҡатыш хәлдәрен һөйләне ағай кеше.
...Миңлегөл менән Ғәлим мәктәптә уҡыған саҡтан бер-береһен ярата. Араларын Миңлегөлдөң әхирәте Әлфирә ташыған кескәй генә хаттар бәйләй. Бер класҡа алдараҡ уҡыған Ғәлим ҡап-ҡара сәстәрен толомлап үргән Миңлегөлдө тәнәфестә бер күреп үтеү өсөн генә лә әллә ниҙәр бирергә әҙер. Мөнәсәбәттәрен нисек кенә белдермәҫкә тырышһалар ҙа, саф һөйөүҙе йәшереп буламы һуң! Тиҙҙән уларҙың мөхәббәте хаҡында барыһы ла белә ине.
Ғәлим мәктәпте тамамлап, һөнәрселек училищеһында инде. Һәр ял һайын ауылға – һөйгәне янына ашыҡты. Яҙғыһын танытма алыуға егетте әрме сафына саҡырҙылар. Йәштәштәре менән хушлашыу өсөн ойошторған табынға мәктәптә һынауҙар биреп йөрөгән Миңлегөл менән Әлфирә лә килде. Әллә әрмегә алыныу шатлығынан тулҡынланыуҙан, әллә айырылыу һағышынан егеттең күңеле урынынан ҡупҡандай, йөрәге ярһып типте. Иптәштәре ыңғайына бер-ике тапҡыр күтәргән иҫерткес эсемлектән башы әйләнеп, күҙ алдары томаланғандай булды. Бейергә төшкән йәштәр араһынан Миңлегөлдө эҙләне, тик һөйгәне күренмәне. Шул саҡ ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Әлфирә яғымлы итеп өндәште:
– Ғәлим, һин әллә иҫергәнһең инде? Әйҙә, инеп ятып тор.
Ҡыҙ егетте ҡултыҡлап йоҡо бүлмәһенә йүнәлтте. Уның йылы тынынан, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән ҡағылыуынан егет бөтөнләй аңын юғалтҡандай булды. Ҡыҙҙы һығып ҡосаҡлап үҙенә тартты, ирененән һурып үбергә тотондо.
Ҡапыл ниҙер һиҙенеп, айнып китеп күҙҙәрен асҡайны, шаҡ ҡатҡан Миңлегөлдөң ҡарашы менән осрашып, һикереп торҙо. Өҫтөнә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни!? Миңлегөл? Ә ҡосағында кем һуң? Әлфирә? Булмаҫ!
– Миңлегөл! Миңлегөл! – тип уҡтай тышҡа атылды. Әммә аҡ күлдәкле ҡыҙ аҡ шәүләләй төн ҡараңғылығына инеп юғалғайны инде...
Иртәгәһенә һөйгәне менән аңлаша алмауҙан ҡара янған егетте хәрби комиссариат ҡаршы алды. Миңлегөлдөң институтҡа уҡырға инеп, Өфөгә юлланыуын белһә лә, ҡайтҡанында тапшырырҙар тигән өмөт менән ауылға төбәп хаттар яҙҙы. Тик улары яуапһыҙ ҡалды...
Һөйгәненең Өфө аръяғындағы районға практикаға барғанында бер егеттән урланыуын, шул кешегә тормошҡа сығыуын ишеткән һәм был мәлдә әрменән ҡайтып күңеленә толҡа таба алмай йөрөгән Ғәлим Себер тарафтарына сығып китте. Йәше 30-ға етеп барғанда өйләнде, ҡыҙы тыуҙы, әммә тормоштарының баштан рәте булманы. Шулай ҙа бала хаҡына тип йәшәне. Ҡыҙын кейәүгә биргәс, мәрйә ҡатыны менән араларын бәйләр ептәрҙең тулыһынса өҙөлөүен аңлағас, олоғайған атай-әсәйемә терәк булайым тип, тыуған яғына ҡайтып төпләнде. Себер пенсияһы ярайһы уҡ яҡшы ине, яйлап атай йортон нығытты, ныҡлап йылҡы аҫрауға тотоноп китте. Ҡарттар “өйлән” тиһә лә, яңынан ғаилә ҡорорға ашыҡманы.
Йыл артынан йыл үтте. Ата-әсәһе бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Йылына бер тапҡыр ҡыҙы менән кейәүенең, туп шикелле һарыҡас ейәненең ҡунаҡҡа килеп ҡайтыуы тормошоноң иң йәмле мәлдәренә әйләнде.
Көндәрҙән бер көндө Миңлегөлдөң иптәше мәрхүм булып ҡалыуы, уның яңғыҙ донъя көтөүе хаҡында ишетеп, йөрәге әллә нишләне. Бер туҡтауһыҙ уйланды, алыҫта ҡалған йәшлек мөхәббәтенә бәйле һағышлы хәтирәләре яңырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо йылдар дауамында уның Миңлегөлдө иҫкә алмаған берәй көнө булдымы икән?! Юҡтыр.
Оҙаҡ уйланды, икеләнде Ғәлим. Ҡабул итерме уны Миңлегөл? Үҙенең малай шикелле ебеп йөрөүенә йәне көйөп тә бөттө. Шулай ҙа бер көн килеп тәүәккәлләне – ишек алдында ултырған өр-яңы тимер атына ултырып, алыҫ юлға сыҡты. Йәшлек мөхәббәтенең ҡайҙа йәшәүен яҡынса белешкәйне.
...Хәҙер улар бергә. Йәштәре ғүмерҙең алтмыш тигән үренә яҡынлаған ағайым менән еңгәмдең бер-береһенә мөнәсәбәтен, ҡараштарынан түгелеп торған бәхет сатҡыларын күреп һоҡландым да, шатландым да. Әйтерһең, уларҙы айырған тиҫтә йылдар булмаған да кеүек. Ә, бәлки, тап шул айырылыу ғазаптарын, һөйөү һағыштарын кисергәнгә лә, бәхеттең ҡәҙерен нығыраҡ беләлер улар...
Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас