11 июндә Нәбиевтарҙың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға теркәлде: билдәле блогерҙар өсөнсөгә атай-әсәй булды. Кем булған һуң тиһегеҙме? Малай!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем йәш ғаилә Сафия менән Әминә исемле ҡыҙҙар үҫтерә ине. "Мин шул тиклем бәхетле! Хәҙер мин күп балалы атай!" - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан Рөстәм Нәбиев.
"Нәбиевтар ғаиләһен ҡотлайым! Ура! Рөстәм Нәбиевтың улы тыуған! Тағы бер күп балалы ғаилә!", - тип яҙған Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең социаль селтәрендә.
Әйткәндәй, йәштәр малайҙарына Таир тип исем ҡушҡан икән. Таир Рөстәм улы, төклө аяғың менән! Йәш ғаиләне беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: социаль селтәрҙәр.