Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
25 Июль 2025, 14:00

Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ булды

Береһе юлбарыҫ, икенсеһе динозавр, өсөнсөһө сумоист костюмдарында  кәләш менән кейәүҙе ҡотлап, дуҫтар тантанаға йәм, уйын-көлкө өҫтәне.

Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ булды
Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ булды

 Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ғәҙәттәгегә оҡшамаған  никахҡа инеү тантанаһы үтте.  Хәҙерге йәштәр фантазияға бай, мауыҡтырғыс идеялары менән ҡайһы саҡ хайран ҡалдыра.

 Юлия һәм Дмитрий Аверьяновтарҙы тап шундай ижади һәләткә, юморға бай, тапҡыр дуҫ-иштәре ҡотларға килгән дә инде.  Береһе юлбарыҫ, икенсеһе динозавр, өсөнсөһө сумоист костюмдарында  кәләш менән кейәүҙе ҡотлап, улар тантанаға йәм, азарт өҫтәне. “Бындай хәлдәр беҙҙә һирәк була, әммә ғәҙәти булмаған, күңелле ваҡиғалар йәштәрҙә һәм ҡунаҡтарҙа ғына түгел, беҙҙең эшебеҙҙә лә онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар ҡалдыра”, – ти ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Йәштәргә тормош юлын да күңелле һәм йөкмәткеле үтергә яҙһын!

 Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас