Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
11 Сентябрь 2025, 22:00

Туйҙа тоҡанған мөхәббәт

Туйҙа еңгәһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаған ҡыҙҙы күреп, “Еңгәмдең матур ғына һеңлеһе лә бар икән”, – тип уйланы һәм йәһәтләп ҡоҙасаһы менән барып танышты. Һеңле тигәне апай булып сыҡты... 

Туйҙа тоҡанған мөхәббәт
Туйҙа тоҡанған мөхәббәт

Илдарҙың ағаһы өйләнде. Күрһәтергә тип алып ҡайтҡан еңгәһе ҡыйғас ҡашлы, аҡ ҡына йөҙлө сибәр ҡыҙ ине. Ике яҡ һөйләшеп-килешеп, туй көнөн билдәләне.

Туйҙа еңгәһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаған ҡыҙҙы күреп, “Еңгәмдең матур ғына һеңлеһе лә бар икән”, – тип уйланы һәм йәһәтләп ҡоҙасаһы менән барып танышты. Һеңле тигәне апай булып сыҡты, ғаиләлә ике бөртөк кенә булып үҫкән ҡыҙҙарҙың аралары йәш ярым ғына икән.

Артабан туй дауамында Илдар ҡоҙасаһына мөмкин тиклем иғтибар күрһәтергә тырышты. Күңелле уйындар, дәртле бейеүҙәр ваҡытында тик уның тирәһендә өйөрөлдө. Бер мәл кейәү менән кәләш өсөн вальс иғлан иттеләр. Уларға башҡа йәш парҙар ҙа ҡушылды. Илдар ҡоҙасаһын бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ бер аҙ уңайһыҙланғандай тирә-яғына ҡарап алды, шулай ҙа ҡоҙаһының саҡырыуын ҡабул итеп, бейергә төштө.Ҡыҙҙың сибәрлеге, илгәҙәклеге тамам башын әйләндергәйне егеттең. Ул ҡоҙасаһын биленән ҡосаҡлап алды. Ҡыҙ тартынды, ысҡынырға маташты.

– Туйҙан һуң үҙем оҙатам, яраймы... – тине егет.

– Һеҙ ысынлап та бер нәмә лә белмәйһегеҙме, әллә һуҡырһығыҙмы? – тип аптырап ҡараны ҡоҙасаһы. – Мин бит тормоштамын. Ирем бар.

– Ирең... Ҡайҙа һуң ул?

– Ана, туйҙы башынан аҙағынаса төшөрөп йөрөгән фотограф минең ирем була!

Бындай яуапты көтмәгән егет ҡапыл баҙап, аптырап ҡалды, артабан байрам аҙағынаса ҡоҙасаһы тирәһендә уралманы, уға ҡарамаҫҡа тырышты.

Шаулап-гөрләп туй үтеп китте. Әммә сибәр ҡоҙасаһының буй-һыны күҙ алдынан китмәне Илдарҙың. Бер көн тотто ла шылтыратты. Тәүҙә хәл-әхүәл белешеп, шаярып һөйләштеләр. Аралаша торғас, осраша башланылар. Уның ҡылығын һиҙеп ҡалған ағаһы ҡустыһын аҡылына килергә өндәп, әйтеп тә, әрләп тә ҡараны, ләкин файҙаһы булманы.

...Ҡоҙа менән ҡоҙасаның шаярыу ҡатыш башланған тарихы күңелһеҙ тамамланды: ғаилә тарҡалды, ул мәлгә йәш егеттең дә мөхәббәте һүрелгән ине... Йәй тамамланыуға ул баш ҡалаға – институттың һуңғы курсына юлланды. Ә иренән айырылған сибәр ҡоҙаса, өс йәшлек улын алып, Себер тарафтарына бәхетен эҙләп сығып китте...

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас