60 йыл ғүмерҙе ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡта һәм берҙәмлектә үтеү бәхете күптәргә эләкмәй. Шуға күрә гәүһәр туйҙарын билдәләгән парҙар беҙҙә һоҡланыу тойғоһо уята.
Нуриман районының ЗАГС бүлегендә бик күркәм, тулҡынландырғыс сара үтте. Әмир Сәрүәретдин улы һәм Фәниә Исмәғил ҡыҙы, Зинфир Нурмөхәмәт улы һәм Флүзә Шәйхулла ҡыҙы гәүһәр туйҙарын билдәләне. Тантаналы церемония Мендельсон вальсы яңғырап торған залда үтте. Әйтерһең дә, бәхетле парҙар тәүге тапҡыр вәғәҙә бирешкән йәшлек мәлдәренә ҡайтты. Алтмыш йыл үткәндән һуң ғашиҡтар йәнә ҡулға-ҡул тотоношоп ЗАГС залына инде. Уларҙың күҙҙәрендә әле булһа бәхет осҡондары һәм бер-береһенә һөйөү нурҙары балҡый. Тормош юбилярҙары үҙҙәрен кейәү һәм кәләш итеп тойоп, Почет кенәгәһенә ҡулдарын ҡуйҙы.
Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Антонина Яночкина, райондың ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвина Бәҙретдинова, Иҫке Бәҙәй ауыл советы биләмәһе башлығы Григорий Иплаев, Красная Горка ауыл советы биләмәһе башлығы урынбаҫары Рөстәм Фәтхетдинов парҙарға сәскә гөлләмәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “Хазина” ансамбле тормош юбилярҙарына моңло йырҙарын бүләк итте һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне.
Фото: Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.