Динара һәм Рөстәм Абакачевтар – Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылының күркәм ғаиләләренең береһе. Улар икеһе лә ошо ауылдыҡы. Тыуған ауылдарында йорт һалып, гөрләтеп донъя көтәләр.
Абакачевтарҙың татыу ғаиләһендә мөхәббәткә һәм бәхеткә ҡойоноп дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Диана һөнәре буйынса ашнаҡсы, Радмила - 11-се, Розалина 7-се класта белем ала, кинйәләре Данис быйыл 1-се класҡа уҡырға барған. Балалар барыһы ла “бишле” билдәләренә генә уҡый, “Далан” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә.
Динара Вәрис ҡыҙы район мәғариф бүлегендә бухгалтер булһа, Рөстәм Нурулла улы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында эшләй. Хужабикә буш ваҡыттарында ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата – заказға милли биҙәүестәр эшләй, башлыҡтар, капорҙар, заманса түбәтәйҙәр бәйләй, ротангтан кәрзиндәр үрә, эпоксид ыҫмаланан сувенирҙар, журнал өҫтәлдәре, сәғәттәр эшләй.
“Иң төп маҡсатыбыҙ – балаларыбыҙҙы тәүфиҡлы, бәхетле итеп үҫтереү. Балаларҙы бик яратам, донъялағы һәр сабый һөйөүгә төрөнөп үҫһен ине”, - ти Динара Абакачева.
Фото: шәхси архивтан.