Әбүталиповтар, Хәлитовтар, Мифтаховтар - бер-береһенең туйында танышҡан матур парҙар. Барыһы ла Линира менән Таһирҙың мөхәббәт тантанаһынан башлана.
Таһир - Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы егете, Линира - Баймаҡ районының Темәс ауылы һылыуы. Улар Өфө сәнғәт училищеһында бер төркөмдә уҡый. Студент йылдарында бөрөләнгән мөхәббәт сәскә ата һәм йәштәр 2015 йылда өйләнешә. Ике яҡта ла үткән бик матур туйҙа шаһит егете булған Айнур Хәлитов Линираның әхирәте, Салауат районының Янғантау ҡасабаһы ҡыҙы Нәркәскә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм үҙе лә һылыуҡайҙың йөрәген яулай. Бер йыл да үтмәй, Айнур ҡыҙҙың ҡулын һорап, никах уҡытып, туй үткәреп, гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Уларҙың туйында иһә тағы бер пар ярала - Айнурҙың дуҫы, Иҫке Бәпес егете Айгиз һәм Нәркәстең әхирәте, Архангел районының Абҙан ауылы ҡыҙы Ҡәҙриә танышып, бер-береһенә ғашиҡ булып, һуңыраҡ ғаилә ҡоралар.
Линира, Нәркәс һәм Ҡәҙриә бер осорҙа Өфө сәнғәт академияһында уҡыған була. "Линира менән Таһир дуҫлашып йөрөгәндә Айгиз дә беҙҙең йәшәгән ятаҡҡа килгәне булған, әммә беҙгә йылдар үткәс кенә, нәҡ туйҙа осрашырға насип булған", - ти Ҡәҙриә.
Әле йәштәр гөрләтеп донъя көтә. Линира менән Таһир Ауырғазы районының Ишле ауылында йәшәй, Заһир һәм Данир исемле ике ул үҫтерә. Таһир төҙөлөш өлкәһендә эшләһә, Линира - йорт хужабикәһе, ғаилә усағын һаҡлаусы. Айнур һәм Нәркәс Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә төпләнде, Йәсминә, Мәликә, Динә исемле сәскәләй ҡыҙҙары үҫеп килә. Айнур - янғын һағы хеҙмәткәре, ә Нәркәс - район мәҙәниәт һарайында халыҡ театры режиссеры, әлегә декрет ялында. Ҡәҙриә менән Айгиз Ҡырмыҫҡалыла күркәм йорт һалып сыҡты, ҡыҙҙары Сафинаға ике йәш. Айгиз төҙөлөш өлкәһендә эшләй, Ҡәҙриә - Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры актрисаһы.
Бына шулай өс дуҫ һәм өс әхирәт ҡауышып, ғаилә парҙары бөгөн дә үҙ-ара аралашып, татыу, дуҫ йәшәй. Ғашиҡтар көнөндә ошондай матур тарих менән уртаҡлашырға булдыҡ. Әбүталиповтарҙың, Хәлитовтарҙың һәм Мифтаховтарҙың ғына түгел, донъялағы һәр парҙың мөхәббәте ныҡлы булһын, бер-береһен ихтирам итеп, бәхеттә, татыулыҡта йәшәһендәр!
Фотолар ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.