Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Апрель , 21:30

”Иремдең ысын йөҙөн күрҙем...”

Бәләгә ҡалып, һуңғы һаламға йәбешеп, ғаиләһен батыуҙан ҡотҡарырға тырышҡан кешенең аҙаҡҡы күлдәген һыпырып алғандай булды иремдең был ҡылығы.

”Иремдең ысын йөҙөн күрҙем...”
”Иремдең ысын йөҙөн күрҙем...”

Зәйтүнәнең эштән һуң һис кенә лә өйгә ҡайтҡыһы килмәне, күңелен өйкәп торған уйҙарҙы ҡыуып ебәргеһе килеп, бала-саға сыр-сыу килеп уйнаған майҙанға йүнәлде. “Ниндәй ғәмһеҙ, бошмаҫ, бәхетле бала саҡ”, – тип ысын күңелдән һоҡланды уларҙы ситтән генә күҙәткән йәш ҡатын. Йәйге ҡояштың сағыу нурҙары бер аҙ һүлпәнәйгән мәлдә эскәмйәлә ултырып ял итеү рәхәтлек, күңел тыныслығы биргәндәй.

– Бына һиңә кәрәкһә! Зәйтүнә, әллә һин инде?– тип ҡыуанып ҡосаҡлап алған һылыу ҡатындың сыңғырҙап торған шат тауышын ишетеп, Зәйтүнә һиҫкәнеп китте. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, асыҡ күңелле, ихласлығы менән һәр кемдең туң йөрәген иретә алған һабаҡташы Мәрйәмде балалар паркында күрермен тип кем уйлаһын.

Әхирәтенең уйсан йөҙөн күреп, уныһы иғтибарһыҙ ҡала алманы. Хәйер, Зәйтүнәгә кемгәлер күңелен бушатыу, фекер уртаҡлашыу бик мөһим ине, шуға күрә эсен бошорған уйҙарын йәшермәне.

– Бер ни булмағандай, ауыҙға һыу уртлағандай өндәшмәй ҡала алмайым, Мәрйәм. Борсоуҙарым йөҙөмә сыҡҡандыр, йәшереп булмаҫ, әхирәт. Миңә аныҡ ҡарарға килергә кәрәк, тик Камил менән йөҙгә-йөҙ килеп һөйләшеү өсөн көс таба алмайым, дөрөҫөрәге, уға һирпелеп ҡарарға ла теләмәйем...

– Бәй, яңыраҡ ҡунаҡта осрашҡанда пар күгәрсендәй гөрләшә инегеҙ ҙәбаһа. Ни булды?

– Миңә, моғайын, тулышҡан эс серемде кемгәлер бушатырға мәл еткәндер. Камил менән нисек танышып, донъя көтә башлағанды яҡшы беләһең. Һүҙгә килешкән, сырай һытып әрләшкән мәлде хәтерләмәйем. Барыһы ла “ирҙән уңдың, Зәйтүнә, бәхетең бар” тип дәртләндереп ебәрәләр. Шулай ҙа үҙемдең күңел һуҡырлығына иҫем китә, нисек инде бер нисә йыл дуҫ булып йөрөп, уның аҫтыртын, көнсөл булыуын күрмәгәнмен дә, һиҙенмәгәнмен дә?

– Кит әле, әхирәт, ҡайҙан булһын унда көнсөллөк? – тине аптырашта ҡалған Мәрйәм. – Ярҙам кәрәкһә, барыһы уға килә...

–Үҙем дә аптырайым, һуңғы ваҡытта ирем ен алмаштырғандай булды. Артабан уның менән аңлашып йәшәү мөмкин булырмы – белмәйем. Камилдың бала саҡтан бер ҡалаҡ-тәрилкәнән ашап үҫкән дуҫы бар. Бына тигән донъяһы, карьераһы, береһенән-береһе аҡыллы, матур балалары булған ғаиләгә көтмәгәндә бәлә килде – хәләл ефете ҡаты сир менән дауаханаға эләкте. Нимә генә эшләмәне ире, ҡиммәтле дарыуҙар, танылған табиптар һәм клиникаларҙы эҙләп  тапты, сит ил дауаханаһына барырға ла тура килде. Күпме аҡса, нервы, сабырлыҡ кәрәк булғандыр, әйтә алмайым, әммә уның ҡыҙына алған фатирын, затлы машинаһын һатҡанын яҡшы беләм.

Әле һөйөклө ҡатынын сит ил клиникаһында ҡалдырып, артабан дауалауға аҡса табыу өсөн тыуған йортона ҡайтҡан. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй,тигәнде ишеткәнебеҙ бар – ирҙең ҡайтыуына тағы бер бәхетһеҙлек көтөп торған – әсәһе Йәмилә апайҙың йөрәгенә операция яһағандар. Яңы ғына гөрләп торған тормошо емерелә барғанда ла ғаилә башлығының өмөтһөҙлөккә бирелмәүе, балаларын иғтибарҙан өҙмәүе, төшөнкөлөктән сығыу юлдарын өҙлөкһөҙ эҙләүе, ниңәлер, иремә оҡшамағанын тоям. Ҡайһы саҡ дуҫының хәл-әхүәлен һорашмаҡсы булып ынтылһам,”һиңә ниңә кәрәк инде”, тигәндәй, ҡоро ғына яуаплай ҙа ҡуя.

Кисә атҡа менгәндәй шатланып, ауыҙы йырылып ҡайтҡанын күреп, сәбәбен һорашһам, ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуын хәбәр итте. Баҡһаң, дуҫының арзан ғына хаҡҡа һатырға мәжбүр булған дачаһын ҡулына төшөргән икән. Үҙен ниндәйҙер ҙур эш башҡарғандай тойоп, кәперәйеп киткән Камилды танырлыҡ та түгел.

Ҙур хеҙмәт, ҡул көсө һалып төҙөлгән был дачала беҙҙең дә булғаныбыҙ бар ине, хужалар биләмәне яҡшы тәрбиәләне, емеш-еләге емерелеп уңды. Күҙ ҡыҙырлыҡ ине шул. Һатып алыуҙың насарлығы юҡ, тик ни өсөн баҙар хаҡының шул тиклем түбән төшөрөлөүе аңлашылмай.

“Уға бөгөндән аҡса кәрәк, һатып алыусыны ҡайҙан тиҙ генә табаһың? Ризалашмай ҡайҙа барһын, тешен ҡыҫып булһа ла килеште инде”, – тине ирем еңеүсе ҡиәфәте менән. Уның һүҙҙәре таң ҡалдырҙы. Нисек инде бәләгә тарыған дуҫыңдың ауыр хәленән файҙаланып, үҙеңдең тормошоңдо яҡшыртыу яғын ҡайырмаҡ кәрәк?

“Һаттырмау яғын ҡарарға, дуҫыңа ярҙам итеү яғын хәстәрләргә кәрәк ине, Камил”, – тип әйтеүем булды, ул мине донъя көтә белмәүҙә ғәйепләп, битәрләп, ишекте шартлатып ябып сығып китте. Бәләгә ҡалып, һуңғы һаламға йәбешеп, ғаиләһен батыуҙан ҡотҡарырға тырышҡан кешенең аҙаҡҡы күлдәген һыпырып алған кеүек булды иремдең был аҙымы. Мин Камилдең ысын йөҙөн күрҙем шикелле, әхирәт ...

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас