Мөхәббәт баҡсаһы
9 Апреля , 12:00

"Мин игеҙәктәргә бөтә ғүмеремде сарыф итә алмайым..."

Атай кеше тап ун йылға һуңлағанын аңланы. Әммә аҡса һәм власть менән йылдар дауамында туйындырылып, көсәйтелеп торған ирҙәр ғорурлығы бирешергә теләмәне. “Минең балаларым! Бер кем дә уларҙы минән тартып ала алмаҫ!”– тип кәперенде...

"Мин игеҙәктәргә бөтә ғүмеремде сарыф итә алмайым...""Мин игеҙәктәргә бөтә ғүмеремде сарыф итә алмайым..."
"Мин игеҙәктәргә бөтә ғүмеремде сарыф итә алмайым..."

Ҡышҡы һыуыҡ миҙгелдең был көнөнән дә иҫтәлеклерәк, бәхетлерәк көн булмаҫ төҫлө ине. Әнисә палатала бер үҙе генә, күршеләшен яңы тыуған ҡыҙ балаһы менән бөгөн ире алып ҡайтып китте.

Хәйер, бер үҙе тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, ҡатын татлы хыялдарға бирелеп, эргәһендә йоҡлап ятҡан ҡурсаҡ кеүек матур сабыйҙарына һоҡланып күҙ һалырға ла онотмай. Өмөттәр бағлап, теләп алынды был бәхет. Тик бәхеттең игеҙәк булыуы ғына көтөлмәгән хәл булды. Бер юлы ҡыҙ һәм малай!

Бығаса атай булырға ихласлыҡ менән йыйынған ире Таһирҙың ғына кәйефе ҡырылғандай булыуын әсә һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Тик ир-аттың көтөлмәгән ваҡиғанан шаңҡып ҡалыуы мөмкинлеген аңлаған ҡатын артыҡ борсолманы, “барыһы ла яйланыр, игеҙәктәрҙе тәрбиәләп үҫтереү бер беҙҙең баштан ғына үтмәгән бит”, тип уйланы. Ул кисә Таһир алып килгән күлдәген кейеп, сәстәрен тәртипкә килтерҙе. Хәҙер ире ашыға-ашыға ҡаршыларға килеп тә етер. 

Түҙемлектең дә сиге була, күрәһең. Әйберҙәрен төйнәп, сабыйҙарын матур биҙәкле төргәктәргә урағандан һуң, ирен көтөп арыған Әнисә шылтыратырға булды. Тик уныһы эше күплегенә зарланып, килеп өлгөрә алмаҫын белдереп, ҡаршы алырға такси ебәреүен әйтте. Ярай әле, һеңлеһе менән кейәүе килеп етеп, әсәне сабыйҙары менән ҡотлап, өйөнә илтеп ҡуйҙы.

Бығаса теле-телгә йоҡмаған, һүҙсән, өй мәшәҡәттәрен ҡыйынһынмай башҡарған Таһирҙың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе, боҙҙай һалҡынлығы, сабыйҙарына күҙ ҙә һалмауы әсә өсөн шаҡ ҡатырлыҡ хәл булды. Ҡатынының күҙҙәренә тура ҡарарға ҡыйынһынған ир шулай ҙа кистәрҙең береһендә, бар батырлығын туплап, ҡылығының серен асырға булды.

– Әнисә, мин былай башҡаса булдыра алмайым, – тип көрһөндө ул. – Әҙер түгелмен, ғәфү ит. Мин игеҙәктәргә бөтә ғүмеремде сарыф итә алмайым... Төнө буйы йоҡлама, илаш-ҡысҡырыш, баш тубалдай... Осо-ҡырыйы юҡ... Һинең көслө, сыҙамлы булыуыңды беләм, ә мин... китәм. Фатирҙы ҡалдырам.

Әнисәнең ни әйтерен дә көтмәй, тиҙ генә йыйынып сығып киткән ир артынан ябылған ишек тынлыҡты боҙҙо. Хатта бәләкәстәрҙең дә тауыш-тыны сыҡманы, аталарының монологына ҡамасауларға теләмәнеләр, ахыры. Мәңгелек мөхәббәткә, яратып кейәүгә сыҡҡан иренә ышанған ҡатынға ҡайҙандыр көс-ҡеүәт табып, өс кеше өсөн тырышып-тырмашып йәшәргә кәрәк буласаҡ.

Ғүмерҙең тиҙ үтеүенә хайран ҡалырлыҡ! Тәүлегенә ике-өс сәғәт кенә йоҡларға, бер балаһын имеҙгәндә икенсеһен аяғы менән бәүетергә, аҙ ғына аҡсаны ла тартып-һуҙып еткерергә күнеккән Әнисә өсөн был осор ауыр бирелһә лә, үкенерлек булманы йәшен тиҙлегендәй  үтеп киткән ун йыл. Сабыйҙары менән бергә үҫте, нығынды.

Онотола төшкән һөнәрен яңынан ҡулына алды, заманында торлаҡ дизайнеры булараҡ яңы проекттар өҫтөндә дәртләнеп  эшләгән мәлдәрҙе һағынғанын аңланы. Заказдар алып, балалар йоҡлағанда проекттар һыҙҙы. Ул саҡта  бер-бер артлы ҡалҡып торған яңы коттедж ҡасабаларында уның ижади эшенә  ихтыяж да артҡайны. Тора-бара Әнисә ҙур булмаған, әммә бик уңышлы бюро асып ебәрҙе. Донъя уны ла уттан һыуға һалып ныҡ ҡына үҙгәртте. Бер ҡатлылыҡ етдилек, уйлап эш итеү менән алышынды, үҙ-үҙенә ышаныс артты.

Ҡышҡы ҡырыҫ көндәрҙең береһендә Әнисә кроссоверын автосервиста техник хеҙмәтләндереүгә ҡалдырып, яҡындағы автобус туҡталҡаһына йүнәлде. Кәйеф яҡшы, оҙаҡламай Яңы йыл, иртәгә балалар менән шыршыны биҙәргә, уйынсыҡтар алырға кәрәклеген иҫенә төшөрҙө.

Туҡталҡа эргәһенә жыйлатып килеп туҡтаған ҡара машинанан төшкән ирҙе шунда уҡ таныны – игеҙәктәрҙең атаһы Таһир! Төҫ-ҡиәфәтендә ялтырауыҡлығы һаҡланһа ла, бер аҙ ҡартайып киткән, сикә сәстәре ағарған, йөҙө йонсоуланған, тип ситтән генә күҙәтте Әнисә.

Таһир ҙа ҡатынды шәйләне, уның тыныс тауыш менән “Һаумы,Таһир!” тип һаулыҡ һорашҡанын ишетеп ҡатып ҡалды. Үпкәләү ҙә, уҫаллыҡ та, көнсөллөк тә ҡатындың тауышында һиҙелмәй, ҡарашында бары һалҡын битарафлыҡ ҡына. Нисәмә йылдан һуң осраҡлы көтөлмәгән осрашыу ирҙең күңелен болоҡһотоп ҡына ҡалманы, хәтирәләрҙе ҡойондай ҡуҙғытты, әлеге тормошон күҙ алдына килтерҙе. Статус та, яландай иркен буш йорт та, аҡса ла бар, тик был хан һарайындай йортта күптән инде йылылыҡ та, балалар тауышы ла, һине яратып ҡаршылаусы ла юҡ. Бергә эшләгән хеҙмәттәше менән ҡорған тормоштоң ҡыҙығы ла, рәхәтлеге лә  булманы, икеһе лә күптән өйҙәш кеүек йәшәй, Сәриәгә бары аҡса ғына ҡәҙерлерәк булғанын һуң аңланы ир.

Төн йоҡоһоҙ үтте, керпек тә ҡаҡманы Таһир. Күҙ алдына бала табыу йорто, ҡосаҡҡа һыйырлыҡ ҡына төргәктәге игеҙәктәр – уның йәне, ҡаны булған ҡыҙ һәм малай килә. Хәҙер уларға ун йәш бит инде, уҡыусылар. Моғайын, Әнисәгә оҡшап аҡ йөҙлө, ҡуңыр күҙлеләрҙер. Улын велосипедта йөрөргә кем өйрәтте икән?..

Үҙен яратҡан кешене буш ҡыуыҡтай ялтырауыҡҡа алыштырғанын аңлай ине ир. “Һатлыҡ йән мин”, тип үҙенә хөкөм ҡарары сығарған Таһирҙың намыҫы уянғандай булды. Ҡатынынан йәшереп, детектив ялланы, Әнисә һәм балалары тураһында ул барыһын да белергә тейеш! Туҡталҡала торғас, моғайын, аҡсаһы юҡтыр. Тимәк, уға матди яҡтан бик ауыр. “Мин уны ҡотҡарырға, ғәйебемде юйырға тейешмен” тип уйланы ир. 

 Бер нисә көндән һуң  мәғлүмәттәр менән  тулы папка уның алдында ята ине.

– Юҡҡа борсолғанһығыҙ,Таһир Мирасович, элекке хәләл ефетегеҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел. Элита өлкәһендә ҙур һорау менән файҙаланған дизайн хеҙмәте менән шөғөлләнә. Яҡшы районда фатиры, ҡиммәтле машинаһы бар, – тип детектив уның алдына фотолар һалды.

Бына Әнисә фуршетта, ҡайҙалыр интервью бирә, ә был фотола етди ҡарашлы малай менән бөҙрә сәсле, йылмайған ҡыҙ бала – Таһирҙың йән киҫәктәре! Ә был фотоға ҡарау менән ирҙең ҡан баҫымы күтәрелгәндәй булды, тыны ҡыҫылды: Әнисә һәм балалар паркта, һомғол буйлы ир ҡыҙҙы яурынына ултыртҡан, улдары нимәлер һөйләп, ҡулдарын болғай-болғай аңлатып маташа. Әнисә ирҙе ҡултыҡлап алған, барыһы ла бәхетлеләр! Ун йыл элек ошо бәхет утын үҙе һүндергәнен Таһир аңлай ине,әлбиттә.

– Был ир ҡала архитектураһы ойошмаһында вазифалы урында эшләй. Биш йыл элек Әнисә ханым менән өйләнешкәндәр, балалар уға “атай” тип өндәшә, – тип аңлатма бирҙе эҙәрмән.

Балаларының  сит кешегә әйткән “атай” һүҙен ишетеү һәм кисереү иргә ауыр бирелде. Зауыҡлы кабинетында бер үҙе ҡалғас, ирекһеҙҙән тәгәрләп төшкән күҙ йәшен һөрткөләп, үҙенең тап ун йылға һуңлағанын аңланы. Әммә аҡса һәм власть менән йылдар дауамында туйындырылып, көсәйтелеп  торған ирҙәр ғорурлығы бирешергә теләмәне: “Минең балаларым! Бер кем дә уларҙы минән тартып ала алмаҫ!”– тип кәперенде...

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. Фотоның был яҙмаға ҡыҫылышы юҡ.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас