

Фидан Сафа улы Ғафаровтың социаль селтәрҙәге хәтер сәхифәһе бөгөн уның ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған. Уға 17 йәш тулған.
"Иң мөһиме - һиңә ныҡлы һаулыҡ, ҡатын-ҡыҙ бәхете, уҡыуҙа һәм бөтә башланғыстарыңда уңыштар! Бөтә хыялдарың һәм теләктәрең тормошҡа ашһын.
Тормошоңда бәхет һәм уңыш юлдаш булһын, эргәңдә һәр ваҡыт ярҙамға килерлек иң намыҫлы, изге күңелле яҡындарың һәм дуҫтарың булһын. Йылдан-йыл өлкәнерәк һәм аҡыллыраҡ була бараһың, ә бала саҡ бәхетле хәтирәләр булып ҡала.
Һинең тормошоңдағы иң мөһим кеше - Атайың - вафат булғанға бер йыл. Әммә уның яҡты иҫтәлеге өсөн һин алға барырға, көслө булырға һәм бирешмәҫкә тейешһең. Күктән яҡшы, талантлы ҡыҙ тәрбиәләгәнен күрһен, үҙенең нәҫелен дауам итеүеңә шатланһын. Ул һәр ваҡыт һинең яныңда, быға ышан!
Ул һинең фәрештәң һәм һәр ваҡыт һине һаҡлаясаҡ", - тип яҙылған ҡотлау яҙмаһында.
Самира әле урта һөнәри белем ала. Фидан Сафа улы үҙе: "Улым үлгән йылды ҡыҙым тыуҙы", - тигәйне бер интервьюһында. Уның "Ҡыҙым" тигән йырында "Көтмәгәндә килгән бәхетем һин, көтмәгәндә килгән шатлығым. Йәшәртеүсем, йәшәтеүсем минең, сабыйҡайым - яратҡан ҡыҙым" тигән юлдар бар. Бәлки, шул сабый уны ауыр ҡайғыһынан йолоп алып ҡалғандыр.
Бәхетле бул, Самира!
Фото: https://vk.com/fidan_samira.gafarovy