Әкрен генә вальс өйөрөлдөләр

Һәр хәрәкәттәренән бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт сағыла ине

Әкрен генә вальс өйөрөлдөләрӘкрен генә вальс өйөрөлдөләр
Әкрен генә вальс өйөрөлдөләр

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Бөрйән районы Мәҙәниәт йортонда һигеҙ ғаилә пары менән “Йәшәү йәме – ғаиләлә” тип аталған матур байрам ойошторолдо. Сарала 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән парҙар - Айһылыу менән Ғәле Әхмәтовтар, Таңһылыу менән Әхмәт Кәбировтар, Ғәлимә менән Рафиҡ Рәхмәтуллиндар, Сәкинә менән Салауат Сәғитовтар, Сәлимә һәм Рәис Яхиндар, Шәүрә һәм Марат Сәлиховтар, Һәҙиә менән Рафаил Фәтхуллиндар, Гөлсирә һәм Рәил Бикбулатовтар тәбрикләнде.

Бында йыйылған һәр ғаилә айырым иғтибарға, маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ. Ошо көнгәсә улар юлдарында осраған ҡатмарлыҡтарҙы, һынауҙарҙы бергә үтеп, бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп атлаған, эшһөйәр балалар үҫтергән. Һынмағандар, һынатмағандар. Был ғаиләләрҙе бер нисә сифат берләштерә: бер-береһенә хөрмәт, иғтибар, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт.

Ҡунаҡтар араһында ғүмерен әсә һәм бала һаулығын хәстәрләүгә арнаған табип, Милләт әсәһе, райондың почетлы гражданы, быйыл 85 йәшен билдәләүсе Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова ла булды. Ырыҫлы ҡулы һәр ғаиләгә ҡағылған ағинәйҙе районда белмәгән кеше юҡ, уны бик хөрмәт итәләр.

Юбилярҙарҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, шулай уҡ улар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ойошма етәкселәре һәм коллективтары ҡотлап үтте, туғандары, балалары ла йылы, күңел түрендәге һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөрйән районы ЗАГС бүлеге ғаилә парҙарына ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тыныс тормош теләп, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

Һөйләшеү-ҡотлауҙар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ә иң һоҡландырғаны ололарҙың бер-береһен ипләп кенә тотоп вальс өйөрөлөүе булғандыр. Йәш саҡтарындағылай бер-береһенә яратып та, һоҡланып та ҡараған ирле-ҡатынлыларҙың бейеүе бик тулҡынландырғыс та ине...

Фотолар:  

 

 

Әкрен генә вальс өйөрөлдөләр
Әкрен генә вальс өйөрөлдөләр
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас