“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!

Айгөл тәүге көндән үк һөйгәненә терәк булып, уның өсөн борсолоп йәшәй һәм ҡайтҡанын көтөп ала. 

“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!
“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!

Балтас районы ЗАГС-ы бүлегендә күптән бындай туйҙар парады булмағандыр.  Матур датала (06.06.2026) биш пар сәстәрен сәскә бәйләне.  Йәштәрҙең был көндө һайлауҙары осраҡлы түгел, матур һандарҙың ярашып килеүе серлелеге менән йәштәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Күп парҙар был һандарҙың мөғжизәле көсөнә, уңыш килтереренә ышана  һәм ғаилә тормошоноң бәхет символына әүерелеренә өмөт бағлай.

Тап ошо матур датаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “К-700” позывнойлы  яугир  һәм кәләше Айгөл дә һайлаған.  Айҙар Балтас районы егете, 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана, хәрби наградаларға лайыҡ була. Айгөл тәүге көндән үк һөйгәненә терәк булып, уның өсөн борсолоп йәшәй һәм ҡайтҡанын көтөп ала. Айҙар яраланыу сәбәпле  отпускыға ҡайтҡас, йәштәр өйләнешергә ҡарар итә.

Йәштәрҙе тормоштарындағы иҫтәлекле ваҡиға – никахтары менән ҡотлайбыҙ! Йортоғоҙҙа  бары именлек һәм бәхет хакимлек итһен!

Фото: Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты.

“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!
“К -700” өйләнде! Ҡотлайбыҙ!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас