Матур һандар йәштәргә уңыш килтерһен!

Республика буйынса теркәлгән никахтар һаны буйынса Нефтекама ҡалаһындағы ЗАГС бүлеге беренсе урында

Матур һандар йәштәргә уңыш килтерһен!Матур һандар йәштәргә уңыш килтерһен!
Матур һандар йәштәргә уңыш килтерһен!

06.06.2026 датаһы  никахҡа инергә теләүсе йәштәрҙе ылыҡтыра, күрәһең. Республикала ошо матур датала 395 пар никахтарын теркәгән.

Республиканың баш ҡалаһында  102 пар ғаилә ҡорған. Киров районы ЗАГС-ында –18, Октябрь  һәм Совет райондары ЗАГС-тары бүлегендә– 17-шәр, Орджоникидзе районы ЗАГС-ында 15 пар сәстәрен сәскә бәйләне.

Республика буйынса теркәлгән никахтар һаны буйынса Нефтекама ҡалаһындағы ЗАГС бүлеге беренсе урында тора (28 никах теркәлгән). Белорет районы  һәм Белорет ҡалаһы ЗАГС-тары бүлегендә  - 17, Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 14 никах теркәлгән. Республика райондары араһында никахтар һаны буйынса Шишмә районы алда – бында 19 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән.

Матур дата – ғаилә тарихының матур башланғысы. Республикала 395 яңы  ғаилә  ҡоролоуы– бик шәп! Бәхет һәм мөхәббәт насип булһын һеҙгә, йәштәр!

Фото:  Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас