

Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә Саҡмағош районында 50 йыл бергә йәшәгән ғаиләләрҙе ҡотланылар.
50 йыл дауамында бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлынан атлаған парҙар һоҡланыу тыуҙыра. Был бәхеттең сере ябай һәм мәңгелек: үҙ-ара ихтирам, аңлашып йәшәү, бер-берең тураһында хәстәрлек күреү.
Был көндә Әнисә Үзбәк ҡыҙы менән Әфлаҡ Шәйсолтан улы Иблихазиповтарҙы, Эльвира Мәлих ҡыҙы менән Мират Зәйнетдин улы Кәримовтарҙы, Рида Нияз ҡыҙы менән Ғиндулла Ғәйнетдин улы Хәбибуллиндарҙы, Зилара Әфләх ҡыҙы менән Мәғсүм Ғәлим улы Ваһаповтарҙы, Мөнирә Фәтхелбаян ҡыҙы менән Рим Ғәзизйән улы Хаҡовтарҙы, Әғинә Әнүәрбәк ҡыҙы менән Рәйес Сәғит улы Закировтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланылар.
– Был ғаиләләрҙең иңендә — район һәм республика мәнфәғәтенә ҙур хеҙмәт юлы. Хәҙер улар хаҡлы ялда, үҙҙәренең аҡыл һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын дауам итә, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре хаҡында хәстәрлек күрә. Һәр ғаилә тыныслыҡ, татыулыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ итһен! – тине Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәтенән