"Миңә нимә эшләргә: сит ирҙең еҫе лә ят"

Эсә башлай, тәмәке тарта, һаҫып бөтә, ике һүҙенең береһе оятһыҙ...

"Миңә нимә эшләргә: сит ирҙең еҫе лә ят""Миңә нимә эшләргә: сит ирҙең еҫе лә ят"
"Миңә нимә эшләргә: сит ирҙең еҫе лә ят"

Яңғыҙлыҡ - ауыр хәл. Кемдер шуға күнеп, балалары, ейәндәре менән мәж килеп йәшәй. Кемдер һаман да үҙенә иш эҙләй. Әммә йәш саҡтағы йәрең булмағас, еңел түгел икән иш табыуы. Бына шундай бер хат-хәбәр.

"Үҙемә оҡшаған кеше таба алмайым. Башта шылтыратышабыҙ, һөйләшәбеҙ, унан ҡунаҡҡа йөрөшә башлайбыҙ. Былай ҡарағанда, бөтә яҡтан да тәртип шикелле. Шунан бергә йәшәп ҡарарға тигән фекергә килгәс, ҡушылып йәшәргә лә тырышып ҡарайым үҙемсә. Ләкин бер-ике көн торғас, кешене ныҡлап күрә башлағас, самалайһың – бергә йәшәп булмай.

Арыу ғына тигән кеше әллә нишләй башлай. Ниңә башта һәйбәт күренгән кеше лә үҙгәрәлер инде, аңламайым. Ниңә уларҙың тиҫкәре яҡтары шунда уҡ күренмәй, ниңә йәшерәләр уны? Минутында баһалап, шунда уҡ йәшәп тә китеп булмай бит ул. Ә йәшәй башлағас, барыһы ла асыҡлана - ысын йөҙҙәре асыла. Ҡайһыһы эсә башлай, ҡайһыһы тәмәке тарта, һаҫып бөтәләр... Ҡайһыһы ике һүҙҙең береһендә бысраҡ һүҙ ҡыҫтыра... Абау!

Ирем үлгәнгә бик күп йылдар инде. Балалар башлы-күҙле булып бөттө, яңғыҙмын. Үҙемә генә күңелһеҙ, ауыр. Бер йүнле кеше булһа, исмаһам, ул бар тип йәшәр инем тием. Тик табып булмай икән ундайҙы, һаман ниндәйҙер тиҫкәре яҡтары килә лә сыға, килә лә сыға. Мин ундайҙар менән йәшәй алмайым, ғәфү итегеҙ...

Фәнүзә".

 

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: "Йәсминә" гәзите.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас