

Тәтешле районы ҡыҙы Айгөл һәм Иҫке Балтас егете Айҙар Кашаповтарҙың мөхәббәт тарихы мауыҡтырғыс кинофильмдарҙы хәтерләтә. Йәштәр яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтә һәм быйыл туғандарын, дуҫ-иштәрен шатландырып, сәстәрен сәскә бәйләй, тип яҙа “Балтач таңнары” гәзите.
Егет Себер тарафтарында эшләй. Йәштәрҙе интернет селтәре таныштыра. Айгөл менән Айҙар ике тапҡыр ғына осрашып, күрешеп өлгөрә. 2022 йылда егет тыуған яғына ялға ҡайтҡанында мобилизацияға эләгә һәм йәштәрҙең юлдары билдәһеҙ ваҡытҡа айырыла. Яугир Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге Кременная йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. 2023 йылдың ғинуарында рядовой Айҙар Кашапов ҡаты яралана.
– Мине Мәскәү ҡалаһындағы Н.Бурденко исемендәге медицина үҙәгенә килтерҙеләр. Тиҫтәнән ашыу операция үткәрҙем. Миңә өр-яңынан йәшәргә өйрәнергә тура килде, – тип иҫкә ала ул ауыр көндәрҙе Айҙар. – Ошондай ҡатмарлы мәлдә яныма Айгөлдөң апаһы һәм әсәһе менән килеп хәл белеүе миңә төшөнкөлөккө бирелмәҫкә, аяҡҡа баҫырға көс бирҙе.
Һалдаттың ғүмерен, яраланған аяғын һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар барыһын да эшләй, бөтә медицина ҡеүәтен эшкә ҡушып, көрәшеүен дауам итә. Айҙар ҙа ауыр уйҙарҙы ҡыуырға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға тырыша. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары менән бәйләнеш өҙөлмәй, уларҙың ярҙамын тойоп, егет сабырлығын бер усҡа туплап, аяҡҡа баҫырға ынтыла. Һис һүҙһеҙ, Айгөлдөң мөхәббәте уға һынауҙарҙы еңеп сығыу өсөн көс-ҡеүәт бирә.
Хәҙер ул ҡатмарлы көндәр артта ҡалған. Айҙар Кашаповты демобилизациялайҙар. Бөгөн йәштәр татыу, берҙәм ғаилә ҡороп, киләсәккә яҡты уйҙар менән йәшәй. Һынауҙар алдында һынмаған йәштәрҙең бәхетле тормош ҡороуҙарына ышанабыҙ һәм уларға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайтынан.