Мөхәббәт баҡсаһы
14 Августа , 17:10

Уларҙың мөхәббәт тарихы ҡар десанты отрядында башлана

Студенттар отрядында тыуған мөхәббәт тарихы һәм никахтарҙың ныҡлығы тураһында тағы миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Ә бөгөн йәштәрҙе ысын күңелдән ҡотларлыҡ сәбәп бар. Парҙар ҡар десантын үткән икән, көнкүреш ауырлыҡтары улар өсөн сүп кенә! Рәхәт йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ!

Уларҙың мөхәббәт тарихы ҡар десанты отрядында башланаУларҙың мөхәббәт тарихы ҡар десанты отрядында башлана
Уларҙың мөхәббәт тарихы ҡар десанты отрядында башлана

Ҙур һәм татыу ғаилә йылында студенттар отрядтары ветерандары Гүзәл һәм Илмир Мөрсәлимовтар рәсми рәүештә никахтарын теркәне.

Был сағыу, матур һәм бәхетле парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың мөхәббәт тарихы “Айғыр” ҡар десанты отрядында башлана, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Гүзәл медицина вузы отряды составында ҡатнашһа, Илмир – аграр университеты отряды ағзаһы. Ҡышҡы усаҡтар янындағы осрашыуҙар, күңелле ял итеүҙәр йәштәрҙе дуҫлаштыра һәм был мөнәсәбәт етди тойғоға әүерелә. Студенттарҙың әйтеүенсә, десант – һалҡын, ә йөрәктәр ҡайнар. Ялан шарттарында йәшәү, дөйөм ауырлыҡтар һәм шатлыҡтар, бер-береңде һынау буласаҡ ғаиләнең нигеҙенә әүерелә.

“Рәсәй студенттар отряды хәрәкәте төҙөлөш, проекттар һәм слеттарға ҡарағанда әһәмиәтлерәк. Ул кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, ғаилә төҙөүгә этәреүсе мөхәббәт тураһында ла. Илмир менән Гүзәл - тап ошо һүҙҙәрҙе раҫлаған миҫал”, – ти иптәштәре.

Студенттар отрядында тыуған һөйөү һәм никахтарҙың ныҡлығы тураһында башҡа миҫалдар ҙа килтерергә мөмкин булыр ине.  Ә бөгөн йәштәрҙе ысын күңелдән ҡотларлыҡ сәбәп бар: парҙар ҡар десантын үткән икән, көнкүреш ауырлыҡтары улар өсөн сүп кенә! Рәхәт йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ!

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас