Мөхәббәт баҡсаһы
8 Октября , 18:50

Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта

32 йәшлек егет күптән инде Өфөнән китеп, Краснодар крайында үҙенең бизнесы менән шөғөлләнә. Әммә бер көн башкөллө ғашиҡ була һәм ҡыҙ артынан ҡаланан-ҡалаға оса... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайтаҺөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта
Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта

"Әй Йола" төркөмө солисы Адель Шәйхетдинованың кейәүгә сыҡҡанын хәбәр иткәйнек инде. Уның тормош юлдашы итеп һайлаған егеттең Алексей Хәйеров икәнен һәм Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағанын ғына белә инек.

Кем ул Алексей Хәйеров? Улар нисек танышҡан?

Өфө егете - эшҡыуар. 32 йәштә. Краснодар крайында туризм һәм спортҡа бәйле бизнес алып бара. Адель менән ресторанда таныша. Гастролдәрҙән арып ҡайтҡан ҡыҙ кис буйы үҙенә текәлеп ултырған егетте күрә. Алексей шунда танышырға йөрьәт итә.

Шул көндән улар бергә. Егет шунда уҡ үҙе теркәлгән бөтә танышыу сайттарынан аккаунттарын юя, тәүге айҙа ҡаланан-ҡалаға гастролгә йөрөгән "Әй Йола" артынан бер нисә тапҡыр ҡыҙҙы күрә бара. Ә бер ай үтеүгә һөйгәне хаҡына Өфөгә күсеп ҡайта. 

Был хаҡта ул никах көнөндә: "Бер айҙан мин бер йәшник хөрмә алдым да күптән йәшәмәгән ҡалаға күсеп ҡайттым. Алты айҙан һуң һинән дә яҡыныраҡ кешем юҡлығын аңланым һәм мәңге бергә булырға хәл иттем. Бөгөн һин ризалығыңды бирҙең! Мин һине яратам!" - тип яҙған.

Күрәһең, егет йә ҡыҙ, йә икеһе лә хөрмә ярата.

Бәхетле йәштәрҙе күҙәтеүе лә күңелле. Бәхеттәре ғүмерле була күрһен!

 

Фото: А. Хәйеров менән А. Шәйхетдинованың шәхси архивтарынан.

 

Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта
Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта
Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта
Һөйгәне хаҡына тормошон үҙгәртә: бер йәшник хөрмә ала ла Өфөгә күсеп ҡайта
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова