Матур үтһен ялығыҙ
25 Октября 2019, 08:50

ЙОНДОҘНАМӘ (28 октябрь – 3 ноябрь)

ҠУҘЫКиҫкен аҙымдар яһауҙан тыйылып тороғоҙ, айырыуса һө­нәри эшмәкәрлек өлкәһендә. Ғөмүмән, был аҙнала башлаған эштәрҙе теүәлләү менән шөғөлләнегеҙ. Етәкселектән тәнҡит һүҙе ишетеүегеҙ ихтимал, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ.

ҠУҘЫ

Киҫкен аҙымдар яһауҙан тыйылып тороғоҙ, айырыуса һө­нәри эшмәкәрлек өлкәһендә. Ғөмүмән, был аҙнала башлаған эштәрҙе теүәлләү менән шөғөлләнегеҙ. Етәкселектән тәнҡит һүҙе ишетеүегеҙ ихтимал, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ.
БУҒА

Был аҙналағы танышлыҡтар һөҙөмтәле булыр, шуға күрә күберәк кеше араһында булырға тырышығыҙ. Эштә хеҙмәттәш­тәре­геҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп кит­мәһен тиһәгеҙ, аралашыуҙарҙы кәметегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР

Иҫәп тотҡан кешегеҙҙең һы­натыуы ихтимал, шуға ла сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙең икенсе юлдарын да күҙаллағыҙ. Мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп китер кеүек. Яҡындарығыҙға асыуығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Һис юғында, спорт менән шөғөлләнегеҙ.
ҠЫҪАЛА

Сәйер эшкә йәлеп итергә тырышырҙар, йондоҙҙар баш тартырға кәңәш итә. Аҙна көн­дәлек эштәр менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай. Яңғыҙҙарҙың ғүмерлек юлдашын осратыуы ихтимал. Ғаиләле ҡыҫа­лаларға балаларына күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк.
АРЫҪЛАН

Ташлап ҡуйған эштәргә әйлә­неп ҡайтырһығыҙ, моғайын. Һүҙ көндәлек мәшәҡәттәр тураһында бара. Һөнәри үҫеш, килем алыу йәһәтенән уңырһығыҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырыуға иғтибар биреү ҙә зыян итмәҫ.
ҠЫҘ

Һәр өлкәлә әүҙем булыр­һы­ғыҙ. Үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡ­лау ыңғай һөҙөмтә бирер. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә яуап­лылыҡты үҙ иңегеҙгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Ҡайһы бер шәхси проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Кредит йәки бурысҡа аҡса алмағыҙ.
ҮЛСӘҮ

Аҙна башында күңелле ва­ҡиғалар көтөлә. Әммә артабан тормошоғоҙҙа яуапҡа ҡарағанда һорауҙар күберәк тыуыр. Аҙна уртаһына фекерегеҙ тарҡалыр. Эшегеҙҙә хаталарға юл ҡуймағыҙ, етәкселектән “эләгеп” ҡуйыр.
САЯН

Һуңғы ваҡытта борсоған мәсьә­лә ыңғай хәл ителер. Уның ҡарауы, яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеп китеүе ихтимал, шуға күрә аралашыуҙарҙы кәметеп, аҙнаны тыныс ҡына үткәрергә кәңәш ителә. Эштә лә бер аҙ ял алыу файҙаға булыр.
УҠСЫ

Яҡындарығыҙ биргән кәңәш­тәргә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ. 28 октябрҙә һаҡ булығыҙ: алданыу хәүефе ҙур. Матди ҡыйынлыҡ тыуһа, борсолмағыҙ, көтмәгәндә ҡулығыҙға мул ғына аҡса инер. Уны һаҡлабыраҡ тотоноғоҙ.
ЫЛАҠ

Аҙна башында өмөтлө тәҡ­димдәр булмаҡсы. Уларҙан баш тарта күрмәгеҙ. Һүлпәнлегегеҙ, хатта ялҡаулығығыҙ арҡаһында мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырһағыҙ, низағ сығыуы ихтимал. Был арала сәфәргә сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Күптәнге дуҫығыҙ менән мөнәсәбәттәр өҙөлөр, моғайын.
ҺЫУҒОЯР

Үҙ ҡылыҡ-ғәмәлдәрегеҙҙе анализлау өсөн ҡулай осор. Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер. Үпкәләткән кешеләрҙән ғәфү үтенегеҙ. Ниндәйҙер мөһим эште онотоу хәүефе бар, алдан план төҙөп, һәр ғәмәлде теркәп ҡуйығыҙ.
БАЛЫҠ

Аҡсаға бәйле мәсьәләләр ыңғай хәл ителер. Яңы әйбер һатып алыу, кредитты ябыу, аҡса туплай башлау өсөн ҡулай осор. Кесе йоманан башлап тормошоғоҙ яйға һалыныр, шуға тиклем сәйәхәттәрҙе, сәфәргә сығыуҙы кисектереп тороғоҙ.
Читайте нас