Беҙҙең Баймаҡ тарафтарында күптән таралған лаҡап был. Әлбиттә, булған хәл күңелленән түгел, әммә хәҙер инде уның күңелһеҙ яғы онотолоп, мәҙәк итеп кенә һөйләнелә.
Бер ҡатын мунса яҡҡан да, өйөнә инеп, берәүҙәр әйтеүенсә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәренә сумған, икенселәр һөйләүенсә, ул саҡта яңы ғына күрһәтелә башлаған телесериалды ҡарарға ултырған.
Бер мәл урамда уйнап йөрөгән улы ишектән башын тығып:
– Әсәй, беҙҙең мунса яна! – тип һөрәнләгән.
– Янһын, балам, янһын! Үҙем яҡтым, – тип тыныс ҡына яуаплаған был.
Малай кире уйнарға йүгергән. Бер аҙҙан ишектән тағы малайҙың башы күренгән:
– Әсәй! Беҙҙең мунса янып бөттө! Торомбаштары ғына ятып ҡалды!
– Ай, әттәгенәһе! Нишләп бая уҡ аңлатып әйтмәнең?! – тип сығып йүгерһә, мунса урынында, ысынлап та, торомбаштар ғына төтәп ята, ти...