Матур үтһен ялығыҙ
22 Ноября 2019, 14:00

“Арыған хужабикәнең киске ашы”

Исеме үк әйтеп тора, был запеканканы әҙерләү өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Эштән ҡайтҡас, йәһәт кенә бешереп ашарға була.

Исеме үк әйтеп тора, был запеканканы әҙерләү өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Эштән ҡайтҡас, йәһәт кенә бешереп ашарға була.
Уның өсөн беҙгә итле фарш – 500 грамм, картуф – бер килограмм, башлы һуған – бер дана, иретелгән сыр – 150 грамм, гәрсис – бер аш ҡалағы, майонез (йәки ҡаймаҡ) – бер аш ҡалағы, йомортҡа – өс дана, ҡаты сыр – 50 грамм, помидор – бер дана, йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Башта картуфты бешерергә ултыртабыҙ. Фаршҡа йомортҡа, бер аш ҡалағы гәрсис, бер аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ, иретелгән сыр, ваҡ итеп туралған һуған, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос ҡушып һәйбәт итеп болғатабыҙ.
Артабан тимер форманы майлайбыҙ, ваҡланған сохарый һибәбеҙ. Бешеп сыҡҡан картуфты ике йомортҡаның һарыһын ҡушып иҙәбеҙ ҙә, формаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә сыр ҡырып, тәмләткестәр һибәбеҙ. Шунан һыулы ҡул менән фарштан кәтлиттәр эшләйбеҙ. Картуфтың өҫтөнә йәйеп һалабыҙ. Помидорҙы ҡырҡып өҫтөнә теҙәбеҙ.
Духовкаға 30 минутҡа ҡуйып, иң түбән температурала бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас