Эш ваҡыты тамам, табынға яҡынлашайыҡ, дуҫтар. Кискә еңел генә әҙерләнгән файҙалы аҙыҡ ҡулай булыр. Мәҫәлән, картуф менән диңгеҙ кәбеҫтәһенән салат. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!
Билдәле булыуынса, диңгеҙ кәбеҫтәһендә йод күп. Шулай уҡ фолий кислотаһы, В, А, С, РР витаминдары бар. Ғөмүмән, әлеге салатты эшләп ашаһағыҙ, һис тә үкенмәҫһегеҙ.
Һанап киткән ингредиенттар алты порцияға етә. Уның өсөн беҙгә 250 грамм картуф, 250 грамм диңгеҙ кәбеҫтәһе, ике ҡыяр, ике йомортҡа, 50 грамм башлы һуған, 50-70 грамм майонез, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
Башта картуфты, йомортҡаны бешереп, таҙартып, шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ. Ҡыярҙы һәм һуғанды ла ваҡлап турайбыҙ. Диңгеҙ кәбеҫтәһе ҡушып, тоҙлап, борослап, майонез һалып болғатабыҙ. Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!