Матур үтһен ялығыҙ
30 Ноябрь 2019, 16:55

Арынығыҙмы? Йылмайығыҙ!

Юҡҡа күңелде һүрелтмәйек әле! Һеҙгә бер нисә шәп кәңәшебеҙ бар.

Арабыҙҙа бөгөн дә, ял көнөндә, эшләгәндәр байтаҡтыр. Башҡалар һымаҡ ғаиләһе янында була алмауына көйөп, кәйефе төшөп ҡайтырға сыҡҡандыр бәғзеләр. Юҡҡа күңелде һүрелтмәйек әле! Һеҙгә бер нисә шәп кәңәшебеҙ бар.
Мөмкинлек бар икән, өйөгөҙгә йәйәү ҡайтырға тырышығыҙ. Атлауҙан нервы көсөргәнеше бөтөр, кәйефегеҙ күтәрелеп китер. Әлбиттә, ҡулығыҙҙа ауыр сумкалар булмауы шарт. Аҙыҡ-түлекте йәшәгән урынға яҡыныраҡ ерҙән алығыҙ.
Йөрөгәндә аяҡ табанына, ҡулдарҙың хәрәкәтенә иғтибар итегеҙ, уларҙы мөмкин тиклем йомшартыу зарур. Алты-ете аҙым дауамында һулышты сығармай тотоп барыу, шулай уҡ эстән генә көйләү ҙә кешене тынысландыра.
Әгәр юлығыҙ баҡса, парк янынан үтә икән, аҙымдарығыҙҙы әкренәйтегеҙ, аҙға ғына булһа ла туҡталып, тирә-яҡҡа, гүзәллек донъяһына күҙ һалығыҙ. Был ваҡытта күҙҙәрегеҙ ял итер.
Бер аҙҙан аҙымдарығыҙҙы тиҙләтеп атлағыҙ, мускулдарығыҙ ныҡ хәрәкәтләнһен.
Әгәр һеҙ ҡала кешеһе булып, юғары ҡатта йәшәйһегеҙ икән, лифтҡа ултырырға тырышмағыҙ, баҫҡыстан йәйәү күтәрелергә кәрәк. Тотонмайынса, алға эйелмәйенсә, башты түбән эймәйенсә, төҙ атлап менегеҙ. Ашыҡмайынса тигеҙ атлағыҙ.
Бына һеҙ өйгә ҡайтып еттегеҙ. Ҡыңғырау төймәһенә баҫҡас, йылмайығыҙ. Һеҙҙе күреүгә өйҙәгеләрҙең күңеле күтәрелеп китһен!
Фото Айгөл Йәмилеваның сәхифәһенән.
Читайте нас