Матур үтһен ялығыҙ
2 Декабря 2019, 15:55

Кеҫәлдән дә тәмле генә бәлеш бешереп була

Был бәлеш өсөн күп ризыҡ та кәрәкмәй, ваҡытты ла артыҡ алмай. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға сейә кеҫәленән бәлеш тәҡдим итәбеҙ.

Кеҫәлдән бешерелгән бәлеш үҙенсәлекле килеп сыға. Уның төҫө, еҫе, тәме кеҫәлдең төрөнә ҡарап, төрлөсә килеп сыға.
Был бәлеш өсөн күп ризыҡ та кәрәкмәй, ваҡытты ла күп алмай. Уны әҙерләү өсөн 90 грамм ҡоро кеҫәл, өс аш ҡалағы он, ярты сәй ҡалағы сода, өс йомортҡа кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙур табын өсөн әҙерләйһегеҙ икән, ҡатнашмаларҙың күләмен арттырырға кәрәк булыр. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға сейә кеҫәленән бәлеш тәҡдим итәбеҙ.
Сөм һауытҡа кеҫәл, он, сода, йомортҡаларҙы һалабыҙ ҙа, төйөрө ҡалмаһын өсөн һәйбәтләп болғатабыҙ.
180 градусҡаса йылытылған мейестә 25-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Бына беҙ теләгән бөлеш әҙер ҙә булды. Табынға һыуынған килеш бирергә. Сәйегеҙ тәмле, донъяғыҙ йәмле булһын!
Читайте нас