Матур үтһен ялығыҙ
4 Декабря 2019, 08:30

Өй мөйөшөндә....

“Өләсәйем һәр ваҡыт һөйләй торғайны: өйҙөң бура мөйөшөнә апайым, еңгәйем менән селтәрҙе йәшерҙек тип..."

Әбйәлил районында йәшәгән Мәҙинә Яҡупова ошо көндәрҙә оло байлыҡҡа тап булған. Ысынлап та, байлыҡтың да ниндәйе бит! Быуаттар-быуаттарҙан аманат булып килгән боронғо тәңкәләр, аҡыҡтар, ысын мәрйендәр менән эшләнелгән селтәр, һаҡал, уҡалар...
“Өләсәйем һәр ваҡыт һөйләй торғайны: өйҙөң бура мөйөшөнә апайым, еңгәйем менән селтәрҙе йәшерҙек тип. Көтмәгәндә, уны табыуға өлгәштек. Уралған сепрәге туҙған, ҡорт ашаған, мәрйендәр тәгәреп төшөп тора, әммә ундағы матурлыҡтың шул тиклем һаҡланыуы – үҙе бер мөғжизә”, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты хазинаны табыусы Мәҙинә.
Ә ысынында хәл нисегерәк булғанын, тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Фото: Мәҙинә Яҡупова.
Читайте нас