Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
7 Декабрь 2019, 14:20

“Төнгө концерт” менән ялҡытһағыҙ...

Һорауға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Рәхәтләнеп кенә йоҡлап ятҡанда, хырылдама инде, туҡта, тип йыш уяталармы? Һорауға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Салҡан ятмағыҙ. Арҡаға ятып йоҡлау ғәҙәтенән ҡотолһағыҙ, хырылдауҙан туҡтарһығыҙ.
2. Тынлы оркестрҙа уйнағыҙ. “Төнгө концерт”тан яҡындарығыҙ яфаланмаһын тиһәгеҙ, уларға көндөҙ үк флейта, ҡурай йә тромбонда уйнап ишеттерегеҙ. Тынлы музыка ҡоралдары өҫкө тын алыу юлдары мускулдарын нығыта.
3. Йоҡлар алдынан иҫерткес эсемлектәр ҡулланмағыҙ. Алкоголь тын алыу юлдарын көсһөҙләндерә. Һөҙөмтәлә кеше хырылдай башлай.
4. Көн һайын күнегеүҙәр башҡарығыҙ. Ауыҙығыҙҙы асығыҙ һәм телде мөмкин тиклем нығыраҡ алға сығарып, уңға-һулға йөрөтөгөҙ. Тағы ла бер күнегеҙ: тамаҡ төбөнән “и” өнөн сығарырға. Көн һайын утыҙар тапҡыр ошо күнегеүҙәрҙе эшләһәгеҙ, өс-дүрт аҙнанан ыңғай һөҙөмтәне тойорһоғоҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: