Картуфтан "Терпекәйҙәр" (кулинарияла таралған исеме - драники) беҙҙең халыҡҡа ятыраҡ ризыҡ. Ул - белорус халҡының милли ризығы. Бик еңел һәм тиҙ әҙерләнә. Бының өсөн беҙгә: ун картуф, ике йомортҡа, тоҙ, борос, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә сей картуфты таҙартып, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һутын һығып сөм һауытҡа һалабыҙ ҙа тоҙ, борос, йомортҡа һалып, яҡшы итеп болғайбыҙ. Артабан уртаса утта көнбағыш майында ике яғын да ҡыҙҙырып алабыҙ.
Өҫтәлгә ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр ҡушып яһалған соус менән бирергә мөмкин. Сәйегеҙ тәмле булһын.