Халҡыбыҙҙың аҡтан яһалған милли ризыҡтарыбыҙға йылдан-йыл йөҙ менән борола башлауы - ҡыуаныслы күренеш. Һуңғы ваҡытта онотола барған аҡ майҙы (күбекмай) эшләүселәр ҙә йыш күренә. Бала саҡтан быны белгәс, үҙем дә булышып ҡарағас, әлеге хеҙмәт минең өсөн ят түгел.
Аҡ майҙы бешеү өсөн 15 литр һөттән ойотҡан (ҡатыҡ) ойотабыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туҡып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ.Ҡаймаҡты һирәкләп болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан алдан әҙерләнгән ҡатыҡты ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туҡыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ҡоябыҙ ҙа бешкәк менән бешәбеҙ (болғатабыҙ).
Майҙы килтереп сығарыу бик оҙайлы ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кешенең ҡатнашыуы кәрәк, йәғни алмашлап башҡарыла. Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп, йомарлана башлай. Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла нығыраҡ туҡыуы талап ителә.
Артабан килеп сыҡҡан массаны айрандан айырып, махсус сөм һауытҡа һалабыҙ. Бигерәк тә аҡ майҙы ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ашау файҙалы. Элегерәк уны шулай уҡ йәш балаға ла биргәндәр. Башҡа майҙарҙан айырмалы, аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалы булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.
Кешенең дөрөҫ туҡланыуы ла уның һаулығына ҙур йоғонто яһауын иҫәпкә алғанда, милли ризыҡтарыбыҙҙы үҙ итеүселәр сәләмәттәренә аҙ зарланыусан. Тимәк, милли аш-һыуҙарыбыҙға ни тиклем йышыраҡ мөрәжәғәт итәбеҙ икән, һаулығыбыҙ ҙа яҡшыраҡ буласаҡ. Шуға күрә өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ, буҙа, айран урын һалһа, үҙебеҙ аҡ май (күбекмай), талҡан, ҡорот, эремсектәрҙе йышыраҡ ҡулланһаҡ, милләтебеҙ ҙә һау-сәләмәт булыр, боронғонан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ.