Яңы йыл табыны һәр саҡ мул һәм тәмле. Өҫтәлдәр байрамса биҙәлгән, күңел һалып әҙерләнгән һәр ризыҡты тәмләп ҡарағы килә. Табынды тәмле генә итеп түгел, файҙалы, артыҡ калорияһыҙ ҙа әҙерләргә мөмкин.
“Оливье” салатынан тыш байрам өҫтәлен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уны майонез туҡлыҡлы һәм калориялы итә. Салаттағы башҡа ингредиенттар бик файҙалы.
Майонезды бөтөнләй ҡулланмаҫҡа, уны өйҙә эшләнгәненә алмаштырырға мөмкин. Колбаса урынына ит ҡулланыу дөрөҫөрәк.
“Мимоза” салаты һәр байрам өҫтәлендә лә үтемле. Уға картуф, йәшел һәм башлы һуған, йомортҡа, кишер, майонез һәм консерваланған балыҡ һалына. Артыҡ калория тупламайым тиһәгеҙ, балыҡ консерваһы урынына бешерелгән балыҡ, майонез урынына ҡаймаҡ һалыу отошло.
Күреп тораһығыҙ, Яңы йыл табынына әҙерләнгән һәр блюдола тиерлек майонез бар. Уны үҙегеҙ эшләргә өйрәнһәгеҙ, һәйбәтерәк булыр. Әҙерләү өсөн йомортҡа һарыһы, горчица, зәйтүн майы, тәменсә шәкәр һәм тоҙ, лимон һуты, уксус талап ителә. Блендер менән яҡшылап бутағас, һыуытҡыста тотабыҙ.
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек калорияларҙы яндырырға, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртырға һәләтле. Мәҫәлән, ананас, мандарин, слива, киви, авокадо, төрлө йогурттар һәм кефирҙар шулар рәтендә.