Байрам табынығыҙға татлы ризыҡ та тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. Сәйегеҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын!
Был бәлеште бешереү өсөн ҡамырына йомортҡа һалырға кәрәкмәй. Ике стакан һөт, ике стакан он, өс аш ҡалағы какао, бер сәй ҡалағы ҡәһүә, бер стакан шәкәр, ике сәй ҡалағы сода, бер банан кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә айырым һауытҡа ондо, какаоны, ҡәһүәне, шәкәрҙе, соданы һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ. Йылы һөт өҫтәп бутайбыҙ.
Бананды ваҡлап киҫәбеҙ. Форманы майлап, манный ярмаһы һибеп, ҡамырҙы ҡоябыҙ. Ҡамыр өҫтөнә банан өҫтәйбеҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ.