Был салат ял көнөндә кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер: үҙе еңел әҙерләнә, үҙе матур, үҙе файҙалы... Ашығыҙ тәмле булһын!
Салат майонезһыҙ әҙерләнә. Уның өсөн беҙгә 300 грамм ыҫланған тауыҡ, 300 грамм пекин кәбеҫтәһе, бер груша, 50 грамм грек сәтләүеге, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, ике сәй ҡалағы гәрсис, бер сәй ҡалағы борос, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Башта кәбеҫтәне, ыҫланған тауыҡ итен, грушаны һалам формаһында турайбыҙ. Грек сәтләүеге ҡушып бөтәһен бергә болғайбыҙ.
Артабан үҫемлек майын, гәрсисте, боросто бергә бутайбыҙ ҙа салатҡа ҡоябыҙ. Тәм буйынса тоҙ өҫтәп, һәйбәтләп тағы ла болғайбыҙ.
“Матурҡай” әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!