Бөгөн, 15 декабрҙә, Бөтә донъя сәй көнө билдәләнә. Байрам күптән түгел – 2005 йылда ғына булдырыла, әммә уның тарихы бик тәрәнгә барып тоташа. Ул айырыуса сәй үҫтереү һәм етештереү менән ныҡлы шөғөлләнгән илдәрҙә – Бангладеш, Һиндостан, Индонезия, Уганда, Вьетнам, Малайзия, Непал, Ҡытай, Кенияла киң билдәләнә. Рәсәйҙә лә, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт халҡында ла, сәй халыҡтың иң яратҡан эсемлектәренең береһе һанала.
Байрам датаһы итеп ни өсөн тап ошо көн һайланған? Сөнки ҡасандыр тап 15 декабрҙә Донъя сәй индустрияһы хеҙмәтсәндеренең хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителә. Был көндө билдәләү эсемлекте киңерәк таратыу менән бер рәттән, сәй үҫтереү һәм етештереүгә йәлеп ителгән меңәрләгән, миллионлаған ябай эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, Һиндостанда сәй плантацияларында 10 миллион самаһы кеше эшләй. Уларҙың күбеһе – бер ниндәй социаль гарантияларға эйә булмаған ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар.
Ә сәйҙе һөтләп эсеү йолаһы нисек барлыҡҡа килгән тип уйлайһығыҙ? Бының тамырҙары Бөйөк Британияға барып тоташа. Инглиздәр өсөн сәй элек-электән яратҡан эсемлек булған. Улар уның тәменә, сифатына ғына түгел, сәй тәҡдим ителгән һауыт-һабаға ла ҙур әһәмиәт биргән. Бай ғаиләләрҙә сәй тик ҡиммәтле фарфор сынаяҡтарға яһалған. Зауыҡлы, үтә нескә фарфорҙы ҡайнар һыу менән сатнатыуҙан, ҡара сәйҙең төҫө сығып ҡарайыуҙан һаҡлау өсөн хеҙмәтселәр уны һөт менән тәҡдим итеп ҡараған. Эсемлектең яңы төрө инглиздәрҙең күңеленә хуш килгән. Әйткәндәй, бөгөн дә уларҙың 98 проценты сәйҙе тап һөтләп эсеүҙе хуп күрә.
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, сәйҙе беҙ ҙә бик яратабыҙ. Башҡортса сәй эсеү – үҙенсәлекле күренеш. Ғәҙәттә, башҡа халыҡтарҙа был эсемлек үҙе генә йәки берәй төрлө тәмлекәс менән тәҡдим ителһә, башҡорт өсөн сәй эсеү һый-ниғмәттән һығылып торған табынды аңлата.
Хөрмәтле сәй яратыусылар, барығыҙҙы ла Халыҡ-ара сәй көнө менән! Табындарығыҙ һыйлы, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!