Ябай ғына ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уны әҙерләү өсөн өс-дүрт телем ҡара икмәк, 100 грамм сельд балығы, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы майонез, әнис кәрәк.
Тәүҙә ҡара икмәкте нәҙек кенә итеп киҫәкләп, ҡырыйҙарын ҡырҡып алабыҙ. Йомортҡаларҙы бешереп, таҙартып, киҫәкләп бүлгеләйбеҙ.
Тарелкаға икмәктәрҙе һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ, йомортҡаларҙы теҙәбеҙ. Уның өҫтөнә киҫәкләнгән сельд балығын һәм әнис өҫтәйбеҙ.
Ҡабымлыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!