Матур үтһен ялығыҙ
16 Декабря 2019, 13:00

Тауыҡ итен "тун" аҫтында бешергәнегеҙ бармы?

Был ризыҡты киске ашҡа ла, байрам өҫтәленә лә ҡуйырға мөмкин

Был ризыҡты киске ашҡа ла, байрам өҫтәленә лә ҡуйырға мөмкин. Уның өсөн беҙгә кило ярым тауыҡ ите, ике-өс помидор, бер татлы борос, биш-алты тырнаҡ һарымһаҡ, 250 грамм сыр, бер стакан он, алты-ете аш ҡалағы майонез, ике сәй ҡалағы гәрсис, әнис, йәшел һуған, тоҙ, борос, ит өсөн тәмләткес, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә тауыҡ түшен киңлеге 1-1.5 сантиметр киңлегендә ҡырҡҡылайбыҙ. Һәр бер киҫәкте тоҙлап, борослап, тәмләткес һибеп сүкеш менән еңелсә генә һуҡҡылайбыҙ. Артабан ике яғын да онда әүәләп, табала ҡурабыҙ. Помидорҙы, татлы боросто, әнисте, йәшел һуғанды ваҡлап турайбыҙ.
Әҙер йәшелсәләргә һарымһаҡ иҙеп һалабыҙ. Сырҙың яртыһын эре ҡырғыс аша үткәреп йәшелсәләргә өҫтәйбеҙ. Тоҙлап, гәрсис, майонез өҫтәп бутайбыҙ.
Шунан формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп ҡурылған тауыҡ иттәрен теҙеп сығабыҙ. Өҫтәренә әҙер йәшелсәләрҙән торған ҡатнашманы һалып сығабыҙ ҙа ҡырғыс аша үткәреп, сыр һибәбеҙ.
200 градуста тиклем йылытылған мейестә 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас