Уңышлы аҙна көтә. Кәйефегеҙ шәп булыр. Төртмә телле кешеләрҙең һүҙенә, ваҡ-төйәк хаталарға иғтибар итмәҫкә, кескәй генә хилафлыҡтарҙы ғәфү итергә тырышығыҙ. 25-нән 26-һына ҡарай төндә теләгән теләктәрегеҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр.
Алдығыҙҙа ҡатмарлы, әммә үтәрлек бурыс тора. Яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, хатта таныш булмаған кешеләр алдында ла абруйығыҙ бермә-бер артыр. Эшегеҙҙә юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре ихтимал.
Һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Уй-ниәттәрегеҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр. Тик уңыштарҙан башығыҙ әйләнеп, мөһим мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырып ҡуймағыҙ. Айырыуса юлда, халыҡ күп йыйылған ерҙә һаҡ булығыҙ.
Аҙна аҙағына тәғәйенләнгән эшлекле осрашыуҙы нисек булһа ла кисектереп тороғоҙ. Мөмкинлектәрегеҙҙе һәм башҡаларҙың ихтыяждарын тейешенсә баһалап еткермәүегеҙ ихтимал. Иңегеҙгә ҙур бурыс алмағыҙ. Низағлашмаҫҡа тырышығыҙ.
Дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ дәғүә белдереүе ихтимал. Бының сәбәбен үҙегеҙҙә эҙләгеҙ: һуңғы арала кешене йыш тәнҡитләйһегеҙ түгелме? Әхлаҡ мәсьәләләрендә фекерегеҙҙе белдермәгеҙ, һеҙҙе яңылыш аңлауҙары ихтимал.
Был аҙнала һеҙгә күберәк ял итергә кәрәк. Мөмкинлек юҡ икән, эштәге көсөргәнешлекте кәметегеҙ. Һөҙөмтәһеҙ, күңелһеҙ аралашыуҙарҙы сикләгеҙ. Изге күңелле кешеләр эргәһендә булырға, насар нәмә тураһында уйламаҫҡа кәңәш ителә.
Ваҡсыл булмағыҙ, ҡайһы саҡта дөйөм ҡағиҙәләрҙән тайпылырға мөмкин. Туҡланыуығыҙға иғтибар итегеҙ. 24 декабрҙә мөһим яңылыҡ йәки бүләк көтөгөҙ. Ул һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы булмаҡсы – кәйефегеҙ күтәрелер.
Артыҡ әйберҙәрҙән ҡотолорға ваҡыт. Торлағығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Эшегеҙҙәге мәсьәләләр тураһында бер аҙ онотоп торһағыҙ ҙа була, унда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Тәнҡитте тыныс ҡабул итегеҙ, шаяртыуға бороғоҙ.
Яҙмышты хәл иткес хәбәр көтөгөҙ. Әүәлге таныштарығыҙҙың тормошоғоҙға ҡайтанан килеп инеүе бар. Улар менән бәйләнеште яйға һалығыҙ. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Байрам яҡынлашҡанда һаулығығыҙҙы ла хәстәрләү зыян итмәҫ.
Ыңғай үҙгәрештәр мәле. Һеҙ уларҙы күптән көткәнһегеҙҙер, моғайын. Хәҙер иһә емештәрҙе татырға ваҡыт етте. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, тик аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тотонһағыҙ ине. Үҙегеҙ тураһында түгел, яҡындарығыҙ хаҡында күберәк уйлағыҙ.
Күптән борсоған мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителә башлар. Шәхси тормошоғоҙ тураһында берәүгә лә һөйләмәҫкә кәңәш ителә – көнсөлдәр күп, ә бына эш пландарығыҙ менән уртаҡлашырға ла була.
Шатлыҡтарға бай аҙна көтөлә. Осор осрашыуҙарға, төрлө ваҡиғаларға бай булыр. Һеҙгә бер генә кәңәш – хис-тойғоларығыҙҙы барыһына ла асып бармағыҙ. Айырыуса эш урынында үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ: алдаҡсылар, көнсөлдәр етерлек.