Матур үтһен ялығыҙ
30 Декабря 2019, 18:20

Баллы соуста - тауыҡ ҡанаттары

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Яңы йыл өҫтәленә тағы бер үҙенсәлекле ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн беҙгә 600 грамм тауыҡ ҡанаттары, биш аш ҡалағы соя соусы, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, ике аш ҡалағы бал, ике аш ҡалағы гәрсис, биҙәр өсөн йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Тәүҙә тауыҡ ҡанаттарын йыуып киптерәбеҙ. Уларҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҡанаттың бәләкәй өлөшөн һурпаға ҡалдырабыҙ. Артабан айырым бер һауытта үҫемлек майын, соя соусын, гәрсисте, балды бергә бутайбыҙ. Ошо ҡатнашмала ҡанаттарҙы 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Табаға фольга йәйеп, маринадланған ҡанаттарҙы һалып, 200 градусҡаса йылытылған мейестә 20-25 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Әҙер ризыҡты йәшел тәмләткестәр менән биҙәп өҫтәлгә бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас