Беренсе телевизион каналда барған “Мөғжизәләр яланы” (“Поле чудес”) – иң популяр тапшырыуҙарҙың береһе. Күптән түгел ошо уҡ канал бүләк итеп килтерелгән ризыҡты ҡайҙа итеүҙәре тураһында тапшырыу күрһәтте. Күп йыллыҡ йолаға ярашлы, алып барыусы Леонид Якубовичҡа йортта әҙерләнгән төрлө тәмле ризыҡ, шулай уҡ сувенирҙар алып киләләр. Артабан улар ҡайҙа була?
Баҡһаң, тапшырыуҙы яҙыу тамамланғас, был аҙыҡты шаршау артына алып китмәйҙәр, ә студиялағы ҡунаҡтарға ҡалдыралар икән. Социаль селтәрҙә, был видеояҙманы ҡарағас, тәнҡит һүҙҙәре әйтеүселәр ҙә күп булды: ни өсөн тамашасылар был ризыҡ тирәһендә ығы-зығы тыуҙыра, ашап йәки алып ҡалырға тырыша? Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәндәй. Әммә комментаторҙар шуны аңлатты: “Мөғжизәләр яланы” кеүек программалар бик оҙаҡ яҙыла һәм тамашасыларҙың асығып өлгөрөүе һис тә ғәжәп түгел.