Шунан, ялдар нисек үтә? Өйҙә ятып ялҡманығыҙмы әле? Әйҙәгеҙ, тышҡа сығығыҙ, әүҙем ял итергә, уйнарға ваҡыт. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә шулай тип саҡырҙы.
“Республикала Яңы йыл ғаилә уйындары старт алды. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, уларҙа 1198 мәктәптән 28 мең малай һәм ҡыҙ, 38 мең ата-әсә ҡатнашасаҡ. Алда өс көн ярыштар ҡалды – 4, 5, 6 ғинуар үтәсәк улар. Кем быға тиклем ҡыймаған, үҙегеҙҙең мәктәптәрегеҙгә шылтыратығыҙ, өлгөрәсәкһегеҙ әле. Дөйөм алғанда, яңы йыл саралары дауам итә, тышта, ихаталарҙа, стадиондарҙа бик күп үтә улар. Етәр өҫтәл артында ултырыу. Саңғы шыуырға, урманға, спорт залына, катокка йәки бассейнға барырға ваҡыт!” - тип яҙҙы республика етәксеһе.
Ысынлап, оҙайлы ялдарҙы мәғәнәһеҙ үткәргәнсе, әүҙем итеп ойошторһағыҙ, күпкә файҙалыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ бит!