Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
4 Ғинуар 2020, 00:50

Рәхимовтар баш ҡалаға барасаҡ!

Бөгөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Ғаилә Яңы йылы-2020” фестивале үтте.

Шәберәк, шәберәк!
Әйҙә, әйҙә!..
Бөгөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Ғаилә Яңы йылы-2020” республика фестивале ана шулай сәмле тауыштарҙан гөрләп торҙо.
Сарала 13 ғаилә командаһы ҡатнашты. Улар "Йылан", "Пингвин", "Гимнастика", "Навигатор", "Каракатица" кеүек үҙенсәлекле ярыштарҙа көс һынашты. Көсөргәнешле алышта Рәхимовтар ғаиләһе тәүге урынды яулап, 18 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк республика финал ярышында ҡатнашыу мөмкинлеген алды. Уларҙан бер генә мәрәйгә ҡалышып, Шаһиевтар икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Ә Юнысовтар ғаиләһе өсөнсө урынды яуланы.
Ярышта еңеүселәргә, барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле приздар бирелде. Ә чемпиондарға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең ҡыйбатлы бүләге тапшырылды.
Фото: “ҒафуриФонд”.
Читайте нас